Йәмғиәт
23 Декабря 2019, 13:00

Бурҙарҙың яңы ысулы

Менделеев урамындағы һатыу-күңел асыу комплексы туҡталҡаһына ҡуйылған "Субару Импреза" сит ил маркалы автомобилен асып, ҙур суммала аҡсаны урлағандар. Нисек итеп тиһегеҙме?

Менделеев урамындағы һатыу-күңел асыу комплексы туҡталҡаһына ҡуйылған "Субару Импреза" сит ил маркалы автомобилен асып, ҙур суммала аҡсаны урлағандар. Нисек итеп, тиһегеҙме?

Машина хужаһы киткәс, шунда уҡ туҡтаған "Лексус"тан бер ир сыға һәм ҡатындың бикле автомобилен асып, бардачоктағы 40 мең һум аҡсаны ала ла күҙ уңынан юғала.

Быларҙың барыһын да видеокүҙәтеү камераһы яҙҙыра. Шул арҡала полицейскийҙар енәйәтсенең эҙенә тиҙ төшөп, уны руль артындағы "ярҙамсыһы" менән бергә ҡулға алалар.

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтсе - 33 йәшлек икенсе төбәк кешеһе. Ир сит ил машинаһын сигнал кодын сканерлау ярҙамында асҡан, ти хоҡуҡ һаҡсылары. Еңел аҡса көҫәгән уғрылар тейешле язаһын алыр тип ышанабыҙ. Ә автомобиль хужаларына һәр ерҙә уяу, һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ.

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас