Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2019, 17:40

Кем ғәйепле? Ғәзиз балаһымы?

"Әсәһен ул үлтергәндер..."

Тәтешле районының Ураҙгилде ауылында туҡмалыу эҙемтәләренән 80 йәшлек оло ҡатын һәләк була. Шәмбе, 20 декабрҙә, уны үҙ йортонда табалар, түшендә, ҡулында, битендә күгәргән эҙҙәр...

Фажиғә урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Өйҙә ҡатындың 46 йәшлек улын тап итәләр, әсәһен ул үлтергәндер, тип шик аҫтына алалар. Сөнки уның иҫерек килеш мәрхүмәнең кәүҙәһе янында бер нисә сәғәт ултырғанлығы асыҡлана. Шулай уҡ ирҙең кеше һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләнеп, алдан да хөкөм ителеүе билдәле була.

Шик ысынбарлыҡҡа тап килһә, ҡот осҡос хәл бит был. Үҙенә ғүмер бүләк иткән ғәзиз кешеһенә ҡул күтәргәндең эсендә йәне юҡтыр...

pixabay.com
Читайте нас