Рәмил Шәмсетдиновты мәсхәрәләүҙә ғәйепләнгәндәр үҙ ғәйебен таныған. «URA.RU» агентлығына һалдаттың атаһы Сәлим Шәмсетдинов ошо хаҡта һөйләгән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быға тиклем Чита янындағы хәрби часта хеҙмәттәштәрен атҡан Рәмил Шәмсетдинов уставҡа хас булмаған мөнәсәбәттәрҙә енәйәт эше буйына зыян күреүсе тип билдәләнгәйне.
«Эш айырым тәртиптә ҡарала. Был судта яуап тотоусылар тәфтиш һөҙөмтәләре менән ризалашты тигәнде аңлата, йәғни үҙҙәренең ғәйебен танынылар. Уларға хөкөм ҡарары зыян күреүсе яҡтың ҡатнашлығынан тыш сығарыла. Рәмилдән тыш, унда тағы өс һалдат зарар күреүсе булараҡ тикшерелә", - тигән агентлыҡҡа өлкән Шәмсетдинов.
Әйткәндәй, Рәмил Шәмсетдиновты Рәсәйҙә билдәле адвокаттар Рауил Туғушев менән Руслан Нагиев яҡлай. Чечен республикаһы президенты адвокаты Саид-Магомед Чапанов уларға кәңәш менән ярҙам итә. Улар барыһы ла үҙҙәренең хеҙмәте өсөн гонорарҙан баш тартҡан.