"Роспотребнадзор" хәбәр итеүенсә, эттәр йоғошло булған эхинококкоз – хроник гельминтоз сирҙәр менән зарарланған. Ә кеше уның менән аралашһа, ошо алама ауырыуҙы эләктереүе ихтимал. Был хәл бигерәк тә кескәйҙәр өсөн хәүефле, сөнки, ғәҙәттә, улар йорт хайуандары менән уйнарға ярата. Бынан тыш, алама инфекция менән яҡшы йыуылмаған емеш-еләк, йәшелсә аша зарарланырға мөмкин, ти белгестәр.
Эхинококкоз кешенең төрлө органдарын зарарлай икән. Һөҙөмтәлә был сирҙең инвалидлыҡҡа, хатта үлем осрағына килтереүе теркәлгән. Шуға ошондай алама сиргә юлыҡмаҫ өсөн гигиена талаптарын үтәргә, хайуандар менән саф һауала йөрөгәндән һуң ҡулдарҙы яҡшылап йыуырға кәрәк. Бынан тыш, йорт хайуандарын даими тикшереү һәм вакцинация үткәреү талап ителә.