Йәмғиәт
24 Декабря 2019, 07:33

Өфө – тәүге ун ҡала иҫәбендә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты рейтингына ярашлы, йыл һайын илебеҙҙә көнкүреш сифаты юғары булған ҡалалар рейтингы төҙөлә. Быйыл Өфө йәшәү сифаты буйынса тәүге ун ҡала иҫәбенә инде.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты рейтингына ярашлы, йыл һайын илебеҙҙә көнкүреш сифаты юғары булған ҡалалар рейтингы төҙөлә. Быйыл Өфө йәшәү сифаты буйынса тәүге ун ҡала иҫәбенә инде.


2019 йылда рейтингта беренсе урында — Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан. Икенсе урында – Грозный, өсөнсөлә – Төмән. Артабан Краснодар, Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, Севастополь килә. Өфө һәм Кемерово исемлектә һуңғы урындарҙа тора.


Анализ үткәреү өсөн халыҡтан ҡала тормошоноң төрлө яҡтары тураһында фекере менән ҡыҙыҡһынғандар. Улар юлдарҙы хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү, йәмәғәт транспорты һәм юл полицияһы менән шөғөлләнгәндәрҙең эше хаҡында һөйләгән. Шулай уҡ мәғарифтың һәм мәҙәни инфраструктураның үҫешенә, торлаҡ фондының торошона һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы фекерҙәр ҙә иҫәпкә алынған. Урындағы властарҙың эше, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты һәм ҡалалағы хәлгә дөйөм баһа ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.


Тупланған мәғлүмәттәр нигеҙендә һәр йүнәлеш буйынса айырым рейтингтар, шулай уҡ ҡалаларҙың йәшәү сифаты буйынса дөйөм исемлек төҙөлгән.


Күптән түгел баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең иң аҡыллы ҡалалары конкурсында ла тәүге ун ҡала иҫәбенә эләккәйне: Tvil.ru аналитиктары уҙғарған һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы, 1,39 процент тауыш йыйып, унынсы урынды алды.


Өфөлә бер нисә фәнде үҫтереү үҙәге бар: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең математика, молекулалар һәм кристалдар физикаһы, механика, нефть химияһы һәм катализ, органик химия институттары һәм башҡалар; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы учреждениелары: күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, үткәргес торба транспорты гидравликаһы үҙәге, “Биоплант” биотрансплантаттар һәм биопре­параттар ғилми-тикшеренеү һәм етеш­тереү институты; “РН-ӨфөНИПИнефть”, “Башгипронефтехим” шәхси компанияла­рының проект һәм тикшеренеү институттары һәм башҡалар.


Башҡортостандың баш ҡалаһы түбәндәге ҡалаларҙан ҡалышты: Санкт-Петербург (29,17 процент тауыш йыйған), Мәскәү (22,22 процент), Новосибирск (12,55 процент), Ҡазан, Екатеринбург (11,11 процент), Түбәнге Новгород (5,56 процент).


Фото: bash.news
Читайте нас