Йәмғиәт
24 Декабря 2019, 18:55

Ни өсөн ашығабыҙ, бер нәмәгә лә өлгөрмәйбеҙ?

"Хәҙер тәүлектә ни бары 16 сәғәт!"

Донъяла ғалим Грег Брейдендың исеме яҡшы билдәле. Уның лекцияларын йотлоғоп тыңлайҙар, һорауҙар менән күмәләр...
Ғалим, һуңғы биш йылда ваҡыт ныҡ ҡыҫылды, хәҙер тәүлектә ни бары ун алты сәғәт, тип ышандыра. Шуға күрә беҙ ығы-зығы киләбеҙ, ашығабыҙ, бер нәмәгә лә өлгөрмәйбеҙ.
Ваҡыттың нисек үткәнен һиҙмәйбеҙ, ял итеп өлгөрмәйбеҙ, арыу-талыуыбыҙҙы олоғайыуға япһарабыҙ. Брейден әйтеүенсә, бөтәһенә ваҡыттың ҡыҫҡарыуы сәбәпсе, һеҙҙең йәшегеҙҙең бында ҡыҫылышы юҡ.
Кардиологтарҙың әйтеүенсә, пульсы йыш булған кешенең ғүмере ҡыҫҡараҡ. Әйтерһең дә, һәр кемгә билдәле һанда йөрәк тибеүе бирелгән. Ерҙең дә пульсы бар. Ул “Шуман резонансы” тип атала. 1950 йылда был күренеште асыҡлағанда Ерҙең пульсы секундына 7,8 тапҡыр тәшкил иткән... 1980 йылдан һуң 13-кә еткән. Ер тиҙерәк ”тын ала”. Был ваҡыт киңлегенә йоғонто яһай. Ер “пульсы” секундына 7,8 тапҡыр һуҡҡанда тәүлек 24 сәғәткә бүленә. Ә “пульс” 13 булғанда тәүлектә ни бары 16 сәғәт кенә.
Тирә-яғыбыҙҙа бер ни ҙә үҙгәрмәгән кеүек, ҡояш ваҡытында сыға һәм байый, сәғәт элеккесә текелдәй, әммә был иллюзия, ти ғалим.Тәүлектә ни бары 16 сәғәт!
Фото: Yandex.ua
Читайте нас