Йәмғиәт
24 Декабря 2019, 16:20

Сайт аша... һуғыш кәрәк-яраҡтары

Был интернет-ресурстарға инеү ирекле ине...

Башҡортостан прокуратураһы ҡорал һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары һатыу сайттарын япҡан.

Октябрьский ҡалаһы прокуратураһы атыу ҡоралын һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын һатыу буйынса алты сайтты асыҡланы. Был Интернет-ресурстарға инеү быға тиклем ирекле булған.

“Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте яҡлау тураһында” Федераль закон енәйәт йәки административ яуаплылыҡ ҡаралған мәғлүмәтте таратыуҙы тыя.
Ҡорал һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын законһыҙ һатып алыу, тапшырыу, һаҡлау, ташыу өсөн енәйәт яуаплылығы янай. Шуға бәйле күҙәтеү органы күрһәтелгән сайттарға инеү мөмкинлеген сикләүҙе талап итеп судҡа мөрәжәғәт иткән. Күҙәтеү ведомствоһының талаптары тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелгән.
Суд ҡарарҙары “Роскомнадзор” идараһына үтәү өсөн ебәрелгән" тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас