Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 15:20

Уҡытыусы ике һуҡҡас...

"Улығыҙ эшен балалар туҡмауҙан башлаған икән..."

Кәрим Ирек улы бишенсе класс балаларының дәрескә әҙерлеген тикшерә лә Нуретдин исемле малайға "икеле" ҡуя.
Өйгә ҡайтҡас, баланан атаһы:
– Нисә алдың, улым? – тип һорауы була, Нуретдин илай башлай.
– Ниңә илайһың? – тигәс, ул:
– Кәрим ағай "ике" һуҡты, – тип яуаплай.
Шул уҡ көндә Нуретдиндең атаһы Кәрим Ирек улының әсәһенә магазинда:
– Улығыҙ эшен балалар туҡмауҙан башлаған икән, – тип әйтә. Иртәгәһенә Кәрим Ирек улы унан бөтә уҡытыусылар алдында:
– Нуретдин, мин һиңә һуҡтыммы? – тип һорай. – Нисә һуҡтым?
– "Ике" һуҡтығыҙ, – ти малай.
– Ҡайһы ереңә һуҡтым, күрһәт әле, – тигәс, Нуретдин, көндәлеккә, тигәс, бөтә уҡытыусылар шарҡылдап көлә башланылар. Кәрим Ирек улы еңел һулап ҡуя:
– Бөгөн үк атай-әсәйеңә көндәлегеңде күрһәт...
Беҙҙең ауылда билдә ҡуйҙы тимәйҙәр, ә һуҡты тип һөйләйҙәр шул.
Фото: forums.kuban.ru
Ҡасим Әлибаев.
Читайте нас