Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 23:50

Һөйгәненә 51 рауза алам тип...

Өлкән йәштәге ҡатынды талаған.

Ишембай ҡалаһында йәшәгән 54 йәшлек ҡатын магазин кассаһында бер минутҡа ғына сумкаһын ҡалдыра. Тик уғры ошо ваҡыт эсендә был әйбергә айыу майы һөртә.
Әле урлашыуҙа ғәйепләнеп, Ишембайҙан 27 йәшлек егет ҡулға алынған. Зыян күреүсе полиция бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән. Ул сумкаһында аҡса, кеҫә телефоны һәм банк карталары булыуын белдергән. Карта иҫәбенән иһә аҡса алыныуын да хәбәр иткән ҡатын.

Тотҡан ваҡытта егет сәскә салонында 51 рауза һәм ҙур йомшаҡ айыу һатып алып торған була. Уғры уларҙы һөйгәненә бүләк итергә йыйынған икән. Хаҡы алты мең һум... Әлбиттә, егетенең "ҡәҙерле" бүләктәрен һөйгәне оҙаҡ йылдар ала алмаясаҡ, үҙен дә күрмәйәсәк, сөнки уғрыға төрмә янай. Етмәһә, быға тиклем дә уның закон боҙғаны асыҡланған. Бүләктәр тартып алынған, уларҙы енәйәт эшенә беркетеп ҡуясаҡтар.

Егет үҙ ғәйебен таныған.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас