«Мин бик сентименталь кеше. Иртәнге дүрттә Раинаны ашатырға уянғас, Әлиәнән килгән ҡотлау видеоһын күрҙем һәм күҙ йәштәремде тыя алманым. Кисәнән үк илағым килә. Бәхеттән дә, шул уҡ ваҡытта моңһоулыҡтан да күҙ йәштәрем тама. Яҡындарым йәнәшәлә булыуы — бәхет! Ирем, ҡыҙым бар. Һағышҡа килгәндә… Өс йыл рәттән тыуған көн менән ҡотлау һүҙҙәрен әсәйемдән ишетмәйәсәкмен. Был бит минең тыуған көнөм генә түгел, атай менән әсәйҙеке лә ине. Бөгөн уларҙың рәсми рәүештә өйләнешеүенә 25 йыл булыр ине...» — тип яҙған Алһыу Валик.