Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2019, 21:30

Гөлнара балалары янына ҡайтырға ашыҡмай

"Ире менән улар 15 йыл бергә торҙо, кейәү 15 йыл буйы бер ҡайҙа ла эшләмәне. Бер ниндәй онкологияһы ла юҡ, ул һап-һау. Реанимацияла гемоглобинын күтәрер өсөн ике көн ятты ла ҡайтып китте. Ҡыҙым ғүмере буйы бар нимәне үҙе һөйрәне, ул бик егәрле".

Ике балаһы менән ирен ташлап, бәйләнешкә сыҡмаған Гөлнара тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ҡатын йәйҙән бирле ғаиләһе менән аралашмай, үҙе социаль селтәрҙәрҙә әүҙем ултыра тигәйнек. Әле уның үҙе һәм яҡындары менән бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге булды.
Гөлнара Шабринаның ире белдереүенсә, улар йәнә аралаша башлаған.
“Хәбәрселәргә рәхмәт инде, был тарих республикала танылыу алғас, Гөлнара миңә ватсапта яҙа башланы. Шылтыратам һәм осрашыу көнөн билдәләйем тип яҙҙы, тик әлегә аныҡ ҡына әйтмәне. Ул минең онкосирле булараҡ пенсия алыуымды теләй. Тик беҙҙә был сирҙе иҫбатларға кәрәк бит”, – ти ир.
Гөлнараның әсәһе лә был турала “Горобзор” баҫмаһына үҙ фекерен белдергән. Ҡыҙы уның менән дә аралашмай икән. Ә кейәүе тураһында әйтеп, уның онкология менән сирләмәүе тураһында белдерҙе.
– Гөлнара бер кем менән дә аралашмай, апаһы менән дә, башҡа туғандар менән дә. Бөтәһе өсөн дә уның телефоны һүндерелгән, – ти ул. – Ире менән улар 15 йыл бергә торҙо, кейәү 15 йыл буйы бер ҡайҙа ла эшләмәне. Бер ниндәй онкологияһы ла юҡ, ул һап-һау. Реанимацияла гемоглобинын күтәрер өсөн ике көн ятты ла ҡайтып китте. Ҡыҙым ғүмере буйы бар нимәне үҙе һөйрәне, ул бик егәрле. Тик йәй көнө кем менәндер сыуалды, шуның менән йөрөй һәм эсә башланы. Элек улай булғаны юҡ ине. Ике бәлиғ булмаған бала иһә әле ҡоҙаларында йәшәй. Малай – һигеҙенсе, ҡыҙы беренсе класта уҡый. Мин барып ҡулымдан килгәнсә ярҙам итәм. Ҡыҙым менән әрләшмәнем. Банктан даими шылтыратып ҡаңғырталар. Гөлнара уларға ҙур ғына сумма аҡса ла тейеш, ахыры.
Хәбәрселәр Гөлнараның үҙе менән аралашҡан, ул ҡайҙалығын әйтмәгән. “Кем мине эҙләй ул? Ҡыҙыҡ. Ирем менән яҙышам әле. Минһеҙ йәшәүе ауыр икәнлеген аңланы, ашатыусы юҡ бит", - тип кенә яуап биргән ул.
Ҡыҫҡаһы, был сираттағы ғаилә драмаһы дауам итә. Өлкәндәр нимә эшләгәнен белмәй... Балалар ғына йәл.
Фото: "Горобзор".
Читайте нас