Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветеранын туҡмап киткән үҫмерҙәрҙе тотҡандар. Был хәл 15 октябрҙә Инорс биҫтәһендә була.
46 йәшлек ир төндә эштән ҡайтып барғанда, көтмәгәндә уға бер төркөм үҫмер ташлана: ныҡ итеп туҡмап, эсемлектәр ятҡан тоҡсайын урлап китәләр. Шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы хаҡындағы танытмаһын да алғандар.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар хеҙмәткәрҙәре "Квадрат" операцияһы ойоштора, тик тәртип боҙоусыларҙың береһе генә тотола: ул 14 йәшлек VIII класс уҡыусыһы булып сыға.
Әле 24 октябрҙә тағы өсәүһе полиция ҡулына эләгә. Етмәһә, уларҙың икәүһе ҡыҙ кеше булып сыға. Улар - ауыр холоҡло үҫмерҙәр. Бер ҡыҙ, VIII класс уҡыусыһы, бәлиғ булмағандар эше буйынса иҫәптә тора икән. Өсөнсө үҫмер малай, 15 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, быйыл уғрылыҡ буйынса ғәйепләнеп өлгөргән.
Әле улар ҡылған ҡылыҡтарын тулыһынса таныған. Балалыҡтан сығып та етмәгән көйө енәйәт юлына баҫыуҙары ҡыҙғаныс. Ғәзизенең яҙмышына битараф ҡараған ата-әсә ғәйеплелер был хәлгә.