Бынан бер нисә йыл элек бер апай һөйләне, гәзит кешеһенә, бәлки, кәрәк булыр, тине. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән ябай ауыл ҡатынының ҡыҙы ине ул. Үҙенең яҙмышын бәйән итте. Ғибрәтле, хатта аяныс ине уға насип тәҡдир.
“Атайым беҙҙе, дүрт балаһын, ташлап икенсе ҡатын менән сығып киткәс, әсәйем бөтә донъяның асыуын беҙгә төшөрҙө, ахыры. Көндәше менән ярышып, уғата сәмләнеп донъя көттө. Уға ла рәхмәт – бирешмәне, һынманы, яҙмыш һынауҙары алдында һығылып төшмәне. Беҙҙе кеше итергә, уҡытырға тырышты. Эш тураһында әйтеп тораһы ла түгел – беҙ башҡармаған эш ҡалманы.
Иң аяныслыһы, атай тигән кеше икенсе ҡатынына шул хәтлем әүрәне – донъяла дүрт балаһы бар икәнлекте бөтөнләй онотто. Уның өсөн ят бауыр булдыҡ та ҡуйҙыҡ.
Билдәле, донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Берәй проблема килеп сыҡһа, эше алға китмәһә, әллә атайҙың үсен алып, әллә башҡа сәбәптән, әсәйем беҙҙе һыҙыра, унан да яманы: ”Ҡороғорҙар, йәлсемәгерҙәр, фәлән-фәләндең (атайымдың инде) эшкинмәгән көсөктәре”, - тип әрләй-ҡарғай ине.
Ыҙалаһаҡ та, беҙ ҙә ҙурайҙыҡ. Тик әсәйҙең әр-ҡарғыштары төштө – ғаиләләге бер бала ла уңманы. Ҡустыбыҙ эсеп үлде, ағай ҡатынын айырып яңғыҙ ҡартайҙы, ике балаһын үҙенән алда ер ҡуйынына һалды. Беҙ, ике ҡыҙ ҙа, бәхетһеҙбеҙ – икебеҙҙең дә ирҙәр эсә, болара, тормошобоҙ, күпме тырышһаҡ та, алға бармай. Әсәйҙең доғаһы ҡабул булды – ҡороноҡ, йәлсемәнек. Һин бит гәзиткә яҙаһың, ошо беҙҙең хәлде бәйән ит әле, бәлки, башҡа әсәйҙәргә ғибрәт булыр. Ғөмүмән, кешеләр кешене ҡарғамаһын, бәддоға ҡылмаһын...” - тип һүҙен тамамланы апай.
Был серҙе эсемдә оҙаҡ ҡына йөрөттөм. Бөгөн килеп мөҙҙәте тулды – һеҙгә бәйән иттем.
Билдәле, бала – ата-әсә мөнәсәбәттәре һәр заманда ҡатмарлы булып ҡала килә. Бушҡа ғына халыҡ мәҡәл ижад итмәгән: ата - улын, инә ҡыҙын танымаҫ, тип. Ҡыҙып китеп, бәғзе саҡ балаларыбыҙға әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп ташлайбыҙ. Ошо асыулы саҡтағы һүҙҙәребеҙ, доға булараҡ, Аллаһ тарафынан ҡабул ителергә мөмкин. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән мәҡәл дә ошоға ишара. Һүҙгә, ауыҙың эсендә саҡта, һин хужа, ауыҙыңдан сыға икән, ул – һиңә.
Асыуҙан алда аҡылың йөрөһөн, тигән боронғолар. Ошоно иҫтә тотоп, күпме генә йән көйгән саҡта ла балаларға бәддоға түгел, матур, йөкмәткеле доға ҡылайыҡ. Үҙебеҙ ҙә бала ҡайғыһынан имен булырбыҙ.