Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн махсуслашҡан был учреждениеға ашығыс рәүештә саперҙар юлланған. Яңы йыл алдынан Өфөләге өлкәндәр һәм инвалидтар интернат-йортонда йәшәүселәр үҙҙәренең тормошон бер аҙға булһа ла "күңелләндереп" ебәрергә булған, күрәһең.
Кисә балалар церебраль фалижы диагнозы булған 61 йәшлек кеше полицияға шылтыратып, интернатҡа бомба һалыныуын хәбәр иткән. Әлбиттә, учреждениеға тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Тәртип һаҡсылары дүрт ҡатлы бинаны һәм уның тирә-яғын тентеп сыға. Бәхеткә күрә, бында шартлатҡыс табылмай.
Хоҡуҡ һаҡсылары шаярырға яратыусыны тиҙ арала асыҡлап, уға ҡарата террорсылыҡ акты тураһында ялған хәбәр таратҡаны өсөн енәйәт эше асҡандар.