Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2019, 14:55

Элина Вәлиеваны ерләүҙе Мәҙәниәт министрлығы үҙ өҫтөнә алған

Элина Вәлиеваны баш ҡаланың "Көньяҡ" зыяратында ерләүҙе ойоштороуҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы, министр шәхсән үҙе һәм Өфө махсус музыка колледжы етәкселеге үҙ өҫтөнә ала һәм мәрхүмәнең туғандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.

Венгрияла вафат булған яҡташыбыҙ пианистка Элина Вәлиеваны Рәсәйгә алып ҡайтыу өсөн ҙур суммала аҡса кәрәк. Ҡыҙҙың туғандары һәм яҡындары Башҡортостандан ярҙам һорай, ғаиләнең мөмкинлеге юҡ.

Фажиғә ошо көндәрҙә Будапешт ҡалаһында ҡуртымға алынған фатирҙарҙың береһендә теркәлгән. Был турала хәбәр иткәйнек инде. Элина Европаға егете менән бергә китә. Ҡуртымға алынған фатирҙа душта йыуынған арала бүлмәгә газ еҫе тарала. Пианистка аңын юғалта, уның йәнһеҙ кәүҙәһен егете таба. Тик туғандары был фаразға ышанып бөтмәй.

"Беҙ әле лә нимә булғанын теүәл генә белмәйбеҙ. Ғөмүмән, миңә газ һәм ванна үҙ-ара бер нисек тә бәйләнмәй кеүек тойола. Элинаның егете, уның үле кәүҙәһен табып, ашығыс ярҙам саҡыртҡан", - ти ҡыҙҙың ағаһы Ришат Вәлиев.

Әле ғаилә ауыр финанс хәлендә. Элинаның кәүҙәһен илгә алып ҡайтыу өсөн күп аҡса кәрәк. Туғандары битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам һорай.

Талантлы музыкант, төрлө конкурстар лауреаты, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендианты, Рәсәй мәҙәниәт фондының Халыҡ-ара хәйриә программаһы һәм «Яңы исемдәр» Халыҡ-ара хәйриә фонды, «Һәләтле балалар» фонды стипендиаты, музыка даирәләрендә яҡшы таныш Элина Вәлиеваны баш ҡаланың "Көньяҡ" зыяратында ерләүҙе ойоштороуҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы, министр шәхсән үҙе һәм Өфө махсус музыка колледжы етәкселеге үҙ өҫтөнә ала һәм мәрхүмәнең туғандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.
Мәрхүмәнең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас