Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2019, 00:25

Легендар шәхес арабыҙҙан китте

Уның ата-әсәһе Башҡортостандың Шишмә районы Сәлих ауылынан булған. Мәхмүт Гәрәев ата-әсәһенең тыуған еренә йыш килеп йөрөгән .

Мәскәүҙә билдәле совет һәм Рәсәй хәрби начальнигы, отставкалағы армия генералы Мәхмүт Гәрәев вафат булған. Уны Башҡортостан менән күп нәмә бәйләй.
Хәрби фәндәр академияһы президенты, армия генералы Мәхмүт Гәрәевкә 96 йәш ине.
“Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул һуңғы көнгә тиклем сафта булды. Аҡылы яҡты, хәтере яҡшы, бик яҡшы юмор тойғоло кеше ине ул”, - тиелә хәбәрҙә.
Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев – фронтовик, Хәрби фәндәр академияһы президенты, армия генералы, хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы. Ул 1923 йылдың 23 июлендә Силәбе ҡалаһында эшсе һәм хужабикә ғаиләһендә тыуған. Уның ата-әсәһе Башҡортостандың Шишмә районы Сәлих ауылынан булған.
Мәхмүт Гәрәев ата-әсәһенең тыуған еренә йыш килеп йөрөгән. 2013 йылда бында уға һәм башҡа хәрби хәрәкәттәр ветерандарына арналған хәрби дан музейы асылған. Мәхмүт Әхмәт улы 19 орден һәм 30 миҙал менән бүләкләнгән. Ул - йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 300 мәҡәлә авторы, алты локаль һуғыш һәм ҡораллы низағта ҡатнашҡан. Шул иҫәптән Мысырҙа һәм Афғанстанда.
“Башҡортостан” гәзите уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас