Йәмғиәт
26 Декабря 2019, 16:30

Малайҙың үлемендә кем ғәйепле?

Аҙаҡ асыҡланыуынса, малай төшкә ҡарай үлгән, янында кер бауы ла ятҡан. 3-сө класта уҡыған балаға 12 йәш булған.

Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан 3-сө класс уҡыусыһы Яңы йыл байрамына бер аҙна ҡалғас ҡына һәләк булған. Уның кәүҙәһен 24 декабрҙә үҙе йәшәгән фатирҙа тапҡандар.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, малай төшкә ҡарай үлгән, янында кер бауы ла ятҡан. 3-сө класта уҡыған балаға 12 йәш булған.

Әле был аяныслы ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшереү эше алып бара, малайҙың үлемендә енәйәт эҙе бармы-юҡмы икәнлеге асыҡлана. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡсылары малай үҙ-үҙенә ҡул һалыу-һалмағанлығын да тикшерә.

Төбәктең Тәфтиш комитеты был ваҡиғаға үҙ ҡарашын белдермәгән. Әле генә башланып торған йәш ғүмерҙең фажиғәле тамамланыуы үкенесле, әлбиттә.
Читайте нас