Йәмғиәт
26 Декабря 2019, 17:00

Ну, был бисәләрҙе!..

"Минеке рөхсәт итмәй шул. Ну, был ҡатындарҙы!"

Көндә аҡса таптырып ҡаҡ быуынына төштө бит Нәсимдең бисәһе. Күпме бирһәң дә туймай.
– Был ғына эш хаҡың нимәгә етә?! Көлкө бит. Директорыңа үҙем барам! Эш хаҡынды арттырһын! – тине ул бер көндө.
– Әҙәм көлдөрөп йөрөмә! Иртәгә үҙем инермен, – тине Нәсим бисәһенә.
Етәксеһенең кәйефле сағын ғына тура килтереп, кабинетына инде ул.
– Минең үҙемә етә ул, артып та ҡала, һорарға батырсылыҡ та итмәҫ инем. Бына ҡатын эш хаҡын арттырыуығыҙҙы талап итә.
Директор телефонынан ҡайҙалыр шылтырата. Унан, трубканы ҡуйып:
– Ни эшләтергә инде был бисәләрҙе?.. Минеке рөхсәт итмәй шул. Ну, был ҡатындарҙы! - ти.
Фото: colourbox.com
Читайте нас