Йәмғиәт
25 Декабря 2019, 20:00

Поезд алдынан сығып өлгөрәм тип уйлағандыр...

Ғүмер бер генә бирелә, ҡәҙерен беләйек, юлдарҙа ашыҡмайыҡ, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.

Бөгөн Белорет районында тимер юлда 16 вагонлы йөк поезы еңел машина менән бәрелешкән. Авария көндөҙ Асы ауылы эргәһендә була.
Был тирәләге тимер юл аша үткәүел шлагбаумһыҙ, ир үҙенең автомобилендә светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп китергә ашыға. ВАЗ-2114-тең рулендә 33 йәшлек Мулдаҡай ауылы кешеһе була.
Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, еңел машина яҡынлашып килгән состав алдынан үтеп ҡалырға ынтыла. Машинист поезды ҡапыл туҡтатып ҡарай, тик ара бик ҡыҫҡа ҡалғанлыҡтан, бер нисек тә бәрелешеүҙән ҡаса алмай.
Автомобиль хужаһы алған яра-йәрәхәттәренән бәрелешеү урынында уҡ йән биргән, тиҙәр республика дәүләт автоинспекцияһында. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында тикшереү эше бара.
Тимер юлда фажиғәләр әленән-әле ҡабатланып тора. Яңыраҡ ҡына йөк машинаһы поезд менән бәрелешкәйне. Йәйәүлеләр ҙә тапала, Благовещенскиҙа бер ир поезд аҫтына эләгеп, аяҡһыҙ ҡалды.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте фотоһы.
Читайте нас