Йәмғиәт
26 Декабря 2019, 13:30

"Өйгә ашыға инем, шуға алдым..."

Магазин алдарында аҙыҡ-түлек килтергән йөк машиналарына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Эйе, береһе килә, икенсеһе китә, артҡа биргәндә тапап ҡуймаһындар тип, ҡырға сығып, янтайып ҡалаһың...

Магазин алдарында аҙыҡ-түлек килтергән йөк машиналарына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Эйе, береһе килә, икенсеһе китә, артҡа биргәндә тапап ҡуймаһындар тип, ҡырға сығып, янтайып ҡалаһың.

Ә бына Өфөлә 49 йәшлек ир супермаркет эргәһендә туҡтап торған ISUZU йөк машинаһына ныҡлап иғтибар итә, хатта уның ишеге асыҡ булыуын, асҡыстары тоҡандырыу йоҙағында тороуын да шәйләй. Һәм, күп тә уйлап тормай, рулгә ултырып, машинаны алып ҡаса. Тик йыраҡ китеп өлгөрмәй, иҫерек булыу сәбәпле, машинаға идара итә алмайынса, канауға тәгәрәй.

Машина хужаһы полицияға мөрәжәғәт итә, уғрыны тиҙ арала тоталар. "Өйгә тиҙерәк ҡайтып етергә ине, шуға алып ҡастым", - тип аҡлана ул.
Ашыҡҡан ашҡа бешкән, ти бит халыҡ әйтеме, яйлап юлын дауам итһә ине лә бит... Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итәләр республиканың Эске эштәр министрлығы идаралығынан.

Фото UfasityNеws.ru
Читайте нас