Алматынан Нурсолтанға осҡан самолет, бейеклекте юғалтып, ике ҡатлы йортҡа бәрелгән. Һауа судноһында 96 пассажир, экипаж ағзалары була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл бик ҡатмарлы: алдан күҙаллауҙар буйынса, 15 кеше һәләк булған. Дауаханаға йәмғеһе 66 пассажир оҙатылған, шуларҙың 50-һенә медицина ярҙамы күрһәтелә, 12-һе ауыр хәлдә, ҡайһы берҙәренә операция талап ителә. Экипаж ағзалары араһынан бер пилот үлгән, тиелә яңылыҡтарҙа. Һауа судноһы капитаны реанимацияла.
Фажиғә сәбәпле, Ҡаҙағстандың тәүге президенты Нурсолтан Назарбаев, шулай уҡ Vbek Air авиакомпанияһы ҡайғы уртаҡлаша. Әле авария булған урында меңдән ашыу кеше эшләй.
Ҡаҙағстандың Эске эштәр министрлығы был ғәҙәттән тыш хәл буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу статьяһы буйынса тикшереү эше башлауы тураһында хәбәр итә.