l 2019 йылда Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы 22 балалар баҡсаһы һәм 21 мәктәп төҙөлгән. Мәғариф учреждениеларын капиталь төҙөкләндереүгә һәм уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға республика бюджетынан 952,9 миллион һум бүленгән. Федераль ҡаҙнанан ошо маҡсатҡа 105,5 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.
l Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 2019 йылда йәш ауыл уҡытыусыларына грант булдырылды. Йөҙ педагог һәр береһе 600 мең һумлыҡ грант алды.
l Быйыл 143 мәктәп автобусы һатып алынды. Уларҙың барыһы ла ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS спутниклы навигация аппаратураһы, тахографтар менән йыһазландырылған.
l 11 ай эсендә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы медицина ойошмаларына 375 табип һәм 78 фельдшер килгән.
l Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Өфөләге вертолет майҙансығын файҙаланыуға тапшырҙы. 2020 йылда республика буйынса тағы ла һигеҙ вертолет майҙансығын төҙөү һәм төҙөкләндереү күҙаллана.
l 2019 йылда Башҡортостанда мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһы иҫәбенә 2025 ЭКО процедураһы планлаштырылғайны.
l Быйыл 61 ашығыс ярҙам машинаһы, 21 күсмә ФАП һатып алынды.
l “Сәләмәтлек поезы” акцияһы нигеҙендә 104 392 кеше тикшерелгән. 51 кешелә яман шеш асыҡланған.
l Республика ҡаҙнаһы аҡсаһына 527 автобус һатып алынды. Уларҙың барыһы ла “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһына тапшырылды.
l 2019 йылда 1 400 километрҙан ашыу автомобиль юлы төҙөкләндерелде, 45 саҡрымдан ашыу юл һалынды, 900 километрҙан ашыу юлға ҡырсын түшәлде. Шулай уҡ 28 күпер төҙөкләндерелде, 12 күпер файҙаланыуға тапшырылды.
l 1 июлдән бөтә төр йәмәғәт транспорты өсөн “Алға” берҙәм транспорт картаһы булдырылды. 1 сентябрҙән “Башавтотранс” предприятиеһының Өфө ҡалаһы маршруттарында сәғәтле тариф индерелде. Уға ярашлы пассажир, автобуста юл хаҡын “Алға” картаһы менән түләп, бер сәғәт эсендә икенсе ошондай уҡ автобуста түләүһеҙ йөрөү хоҡуғына эйә. Әле 209725 “Алға” картаһы һатылған.
l “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса 390 ихата төҙөкләндерелде.
l 265 балалар майҙансығы асылды.
l “Подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы нигеҙендә 1 374 күп фатирлы йортта 4000 подъезд төҙөкләндерелә. Әле 3 291 подъезда ремонт тулыһынса башҡарылған.
l 2019 йылда Өфө ҡалаһында Спорт әҙерлеге үҙәге, Шорт-трек үҙәге асылды.
l Быйыл 414 законһыҙ сүплек ябылды. 17 204 контейнер майҙансығы төҙөлдө, 52 154 контейнер, 90 берәмек техника һатып алынды. 1335 мең тонна ҡалдыҡ ситкә сығарылды, шуның 202,9 мең тоннаһы эшкәртелде. 2019 йылда сүп-сарҙы сортҡа айырыу буйынса 14 пункт асылды.
l 2019 йылда дүрт ауыл мәҙәниәт йорто төҙөлдө, дүрт район мәҙәниәт йортона реновация үткәрелде. күп йүнәлешле 12 ауыл клубы сафҡа инде. Яңыртылған ун кинозал асыуға федераль ҡаҙнанан аҡса алдыҡ.
l 2019 йылда 118 яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшләй башланы. Төбәк бюджетынан 108 кооперативҡа 300 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде.
l Быйыл “Социаль туризм” программаһында ҡатнашҡан 1 527 кешегә сертификат тапшырылды.
l 2019 йылда Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама һәм Белорет ҡалаларында дүрт һөт кухняһы асылды. Улар 4 975 баланы һөт ризыҡтары менән тәьмин итә. Республика буйынса һөт продукцияһы тапшырыу буйынса 27 пункт эшләй. Республикала өс йәшкә тиклемге 150 мең сабый иҫәпләнә, шуларҙың 26 меңе һөт ризыҡтарын бушлай алырға хоҡуҡлы.
l “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһында 576 гектар майҙанда 1,7 миллион ағас ултыртылды. Акцияла 300 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Республикалағы ауыл, ҡалаларҙа 164 тематик аллея барлыҡҡа килде.