...Атай менән әсәй эш буйынса күрше ауылға китә. Өйҙә береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала яңғыҙы ҡала. Ҡапыл аш-һыу бүлмәһендә янғын сыға, шунда уҡ был турала иҫкәрткән ҡулайлама сыйылдай башлай...
Иң өлкәндәре – алты йәшлек Милена баҙап ҡалмай, тәҙрәне аса ла берәм-берәм туғандарын сығара башлай. Егор менән Костяны етәкләп ала, 11 айлыҡ Машаны күтәрә. Ут ялмап алған өйҙән сығып ҡотолғас, туғандары менән ялан аяҡ тыҡрыҡ аша өләсәйҙәренә йүгерәләр.
Был хәл быйыл ғинуарҙа Бәләбәй районында була. Бәләкәй генә Милена ҡыйыулығы арҡаһында үҙен дә, кескәй туғандарын да үлемдән ҡотҡара. Өлкән кеше баҙап ҡалырлыҡ ҡурҡыныс мәлдә алты йәшлек бала юғалып ҡалмай. Ошо түгелме ни ысын батырлыҡ? Миленаға ҡаһарманлығын дәлилләп көҙөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Семен Шарапов Рәсәй ҡотҡарыусылар союзы грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ғөмүмән, республикабыҙҙа герой-балалар бихисап. Улар үҙҙәрен генә түгел, ә туғандарын, яҡындарын, таныш булмаған өлкәндәрҙе лә ҡотҡара хатта. Балалар башлыса янғын ваҡытында йәки кемдер батҡан саҡта ярҙамға ташлана. Быйыл, мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан, Баймаҡ, Бәләбәй, Ейәнсура, Кушнаренко, Әлшәй, Архангел, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарынан балаларҙы тәбрикләнеләр. Уларҙың иң бәләкәйенә – алты, иң ҙурына 17 йәш ине. Төрлө райондарҙа йәшәһәләр ҙә, төрлө йәштә булһалар ҙа, бөтәһен дә бер нәмә берләштерә: улар – ысын геройҙар!
– Һеҙ әле балалар ғына, тик ҡылған эштәрегеҙ менән бөтәһен дә таң ҡалдырҙығыҙ. Бик ҡурҡыныс ваҡытта яҡындарығыҙға һәм хатта таныш булмаған кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға ҡыйыулыҡ тапҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине Константин Толкачев.