Йәмғиәт
27 Декабря 2019, 16:00

Һалдат юғалған...

Сахалинда Хомутовтағы хәрби частә контракт буйынса хеҙмәт иткән Башҡортостан егете серле рәүештә юғалған .Һуңғы мәғлүмәттән күренеүенсә, 19 декабрҙә келәткә паек артынан киткән 33 йәшлек Денис Ғәлимовты башҡаса күрмәгәндәр

Сахалинда Хомутовтағы хәрби частә контракт буйынса хеҙмәт иткән Башҡортостан егете серле рәүештә юғалған. Һуңғы мәғлүмәттән күренеүенсә, 19 декабрҙә келәткә паек артынан киткән 33 йәшлек Денис Ғәлимовты башҡаса күрмәгәндәр. Хеҙмәткәрҙәренең әйтеүенсә, уның подразделение биләмәһенән сығып китеүен бер кем дә күрмәгән. Әммә казармала Ғәлимовтың формаһын да, башҡа әйберҙәрен дә тапмайҙар. Бынан бер йыл элек Сахалинға күсеп килгән әсәһе хәрби часть янындағы магазинда эшләй.
-Бына бер аҙна инде улым тураһында бер хәбәр ҙә юҡ. Ял көндәрен бергә үткәрҙек, киноға барҙыҡ. Әле уны бөтәһе лә эҙләй, хеҙмәткәрҙәре лә, ирекмәндәр ҙә. Тик һөҙөмтә юҡ, - ти ҡара ҡайғыға батҡан әсә.
Башҡортостанда Денис яҡшы уҡыған, мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, престижлы вузда белем алған, армияға карьера эшләү өсөн килгән. Тағы шуныһы, егет тыуған көнөн үткәргәндән һуң юғалған. Әсәһенең әйтеүенсә, улының кәйефе күтәренке булған, бер нимәгә лә зарланмаған. Денис Ғәлимов тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт ишетһәгеҙ, түбәндәге телефондар аша шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ: 02, 8-914-646-83-71, 8-917-745-05-30 (әсәһе Альбина).
.
Фото:Ufa1.ru
Читайте нас