Ул көндө йәнә кәйефем булманы. Иртәнге аштан баш тарттым. Бәғзе берәүҙәр кәйефһеҙ саҡта күп ашаусан. Ә бына мин ундай саҡтарҙа ризыҡҡа ҡарай ҙа алмайым, күңелем болғана.
– Үҙ мәлендә ашамайһың да аҙаҡ булмағанды таптыраһың, – тип сәрелдәне санитарка, күҙҙәрен аҡайтып. – Ошаҡлашырға беләһегеҙ. Беҙҙән башҡа берәйһенә кәрәгегеҙ бармы һуң, шуны онотаһығыҙ!
Минең һис бер ҡасан ошаҡ йөрөткәнем юҡ, шуға күрә уның һүҙҙәрен ауыр ҡабул иттем. Шулай ҙа аҡланып маташманым, үҙе һымаҡ:
– Күҙемдән юғал! – тип аҡырҙым. – Юғиһә...
– Йә, йә, юғиһә нимә? – Санитарка миңә тишә яҙып ҡараны. Хәленән килһә, бәрер ҙә үлтерер ине, моғайын. – Нишләтә алаһың һин мине, бер нәмәгә эшкинмәгән ғәрип!
Быныһын инде артығыраҡ ысҡындырҙы асыуын кемгә төшөрөргә белмәй хитланған бисә. Әммә әйткән һүҙ – атҡан уҡ, уны тотоп та, туҡтатып та булмай. Әсе телдән ысҡынған һүҙҙәр мейемде тишеп, күкрәктә былай ҙа, ана һүнәм, бына үләм, тип типкән йөрәккә энәләй килеп ҡаҙалды. Аңғармай ҙа ҡалдым, ҡулымдағы китапты тегегә төбәп быраҡтырҙым. Бығаса минең өсөн изгеләрҙән-изге булған әйбер ни аралалыр үс алыу ҡоралына әүерелде. Китап, ҡанаттары имгәнгән ҡош кеүек, бер кәйелеп әйләнде лә өҫтәлдән мин ҡабул итмәгән ризыҡты йыйып торған ҡатындың тап маңлайына барып бәрелеп, ибәтәйһеҙ генә иҙәнгә сүгәләне. Санитарка ҡулындағы һауыт-һаба ашы-ауҡаты менән ян-яҡҡа сәселде. Күңелемдән китаптан ғәфү үтенеп тә өлгөрмәнем, санитарканың әсе сәрелдәүе йәнә ҡолаҡты ярҙы:
– Ах, инәң... Ни тип бында һинең кеүек һәтәүҙәр менән ғүмер үткәрәм әле?! Бөгөн үк китәм был аждаһа ояһынан! Һине лә ҡыуҙыртам, эт талаған нәмәкәй!
Бер-беребеҙгә ыша бирмәй әрһеҙләнеү ни менән барып бөтөр ине, билдәһеҙ, тик шул минутта ишек асылып китте, унда беҙ йәшәгән интернат-йорт директорының башы күренде. Бүлмәгә килеп ингәс тә әле ул бер килке ни тиергә белмәй тапанып торҙо.
– Тағы ҡырталашаһыңмы, Рәшит? Ә һеҙ, Рыя ханым, бындағы бысраҡты йәһәт кенә йыйып алығыҙ ҙа минең кабинетҡа бара тороғоҙ, аңлатма яҙығыҙ, – директор миңә боролдо. – Аңлай алмайым мин һине, Рәшит туған. Ул ниткән ҡылыҡтыр. Хәҙер һинең бүлмәңә инергә лә ҡурҡа башланы бит хеҙмәткәрҙәр. Нишләйбеҙ инде шунан? Белеп торам, Чечня, башҡаһы... Ну, бындағыларҙың ни ғәйебе һуң һинең яҙмышыңдағы ауырлыҡтарҙа?
– Бында кешене кеше тип белгәндәр генә эшләргә тейеш, минеңсә. Ниңә улар беҙгә, былай ҙа күңеле китек ғәрип-ғөрәбәгә, кәмһетеп ҡарай? Беҙ кеше түгелме ни? Яҙмыш үгәйһеткәс тә...
Булат Варис улы минең карауатҡа килеп ултырҙы.
– Яңылышаһың, туған. Һеҙгә берәү ҙә кәмһетеп ҡарамай. Әлеге ҡылығың ирҙәрсә түгел, аңлайһыңмы шуны?
– Бәлки... Тик бер нәмәне үтенәм: был шөҡәтһеҙ бисә минең бүлмәгә яҡын да юламаһын ҡабат.
– Ҡайҙан алайыҡ икән һәйбәтен? Беләһең бит, берәү ҙә беҙгә эшкә килергә атлығып тормай. Бары менән байрам, тип йәшәйбеҙ. Ә һин ҡатын-ҡыҙға ҡаты бәрелмәҫкә тырыш. Эштәре еңел түгел уларҙың.
Директор сығып китте. Әллә үҙем бик алама инде, тигән икеле-микеле уйҙар менән һандырап ултырып ҡалдым. Күңелемдәге осмот ҡына йылы хисте дөрләтеп ебәрергә уйлап, үҙем белгәндәрҙең һәр ҡайһыһының һәйбәт яҡтарын күпсетергә керештем. Һүнеп-һүрелеп бөткән ялҡынды саҡ-саҡ баҙырап ятҡан күмер менән ҡабат ҡабыҙыу бик еңелдән булмаған кеүек, дуҫ-ишкә, таныш-тоношҡа, хатта туғандарға ҡарата ихтирам, һөйөү кеүек ҡайнар хис-тойғо тиҙ генә уянып китергә уйламаны барыбер.
...Төшөмә, әсәй, һин индең. Сәстәремдән һыйпап, моң-зарымды таратырға тырышаһың, имеш. Үҙең бер ни өндәшмәйһеңсе. Ә мин башымды күкрәгеңә терәгәнмен дә һулҡылдап илайым. Әсәй, әсәкәйем, ниңә был яҡты донъяла бер үҙемде ҡалдырҙың, ни өсөн ташлап киттең мине?!
Чечняның утын-һыуын кисеп, бик ҡаты яраланып, шул сәбәпле йылға яҡын госпиталь бетен һимертеп ятып, һыңар аяғымды дауаханала ҡалдырып ҡайтып төшкәнемдә һин фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән инең инде, әсәкәйем. Минең һәләк булыуым хаҡындағы хәбәрҙе күтәрә алмаған йөрәгең.
– Нисек?! Беҙ бит һине донъяла юҡ тип уйланыҡ! Әсәйең менән эҙләтеп тә ҡараныҡ, хатта һөйәктәреңде лә таба алманыҡ. Бәлки, иҫәндер, тигән өмөт әсәйеңә бер нисә ай йәшәү бүләк итте. Бер ниндәй хәбәр ҙә булмағас, төңөлә башланыҡ. Ә инде табутыңды ҡайтарғастары... күҙ алдында һулыны, шиңде меҫкенкәй. Эх, әсәйең иҫән булһа... Ҡайһылай ҙа ҡыуаныр ине, ә! – Атайым шулай һөйләнә-һөйләнә туҡтауһыҙ тәмәке төтәтте, үҙе йәшле күҙҙәрен минән йәшерергә тырышып, әленән-әле әсе көрһөндө.
– Нисек һау ҡалғанымды үҙем дә аңламайым, атай. Ундай һәләкәттән иҫән тороп ҡалыуы мөмкин дә түгел һымаҡ. Танкта чечен ауылы аша үтеп барабыҙ. Ҡапыл ҡаршыға биш йәштәр тирәһендәге ҡыҙыҡай йүгереп сыҡты. Уның оҙон сөм-ҡара сәстәре, шар асылған ҡуңғырт күҙҙәре әле лә күҙ алдында. Рулдә – мин, сабыйҙы тапамаҫ өсөн танкты ситкә бороп үтергә теләнем. Командир: “Борма! – тип ҡысҡырҙы. – Улар бөтәһе лә дошман!” Мин рулде уға бирмәҫкә маташам, ә ул, мине ситкә этәреп, машинаға үҙе идара итмәксе. Ул арала... танк... баланы иҙә тапап уҙып китте, – тамағыма ҡаты төйөр тығыла, күҙҙәремә үкенес йәштәре тула, ләкин улар ағып төшмәй, ҡарашымды томалап, шул килеш туңып ҡала.
– Ниндәй вәхшилек! – Атай сыҙамай, урынынан тороп уҡ китә. – Шунан?
– Ҡаты шартлауҙы ишетмәнем дә шикелле. Һәр хәлдә хәтерләмәйем. Әллә ысынлап та сабый ҡуйынында шартлатҡыс булғанмы, бәлки, ситтән һөжүм иткәндәрҙер. Барыһы ла һәләк булған. Ә мин... бына... тере.
– Фәрештәң һаҡлап ҡалған һине, улым. Үәт ышанма шунан юғары көскә. Баланы ҡурсаларға тырышҡаның өсөн Хоҙай ғүмереңде аяған...
Бәлки. Кем белә инде. Чечня кеүек дәһшәтле яу-ғәрәсәттән һыңар аяҡта ҡайтыу, бер уйлаһаң, бәхет тә кеүек. Һыңар аяҡ булһа ни, иҫән бит, иҫән! Ә мин йәнемә тынғылыҡ таба алмайым. Әсәй, әгәр һин янымда булһаң, әллә был ҡәҙәре үк ғазапланмаҫ ине йәнем. Йәп-йәш инең бит әле һин. Мәктәптә сит телдәрҙән уҡытып йөрөнөң. Эшеңде лә, балаларҙы ла яраттың. Ғаиләлә берҙән-бер бала булһам да, мине артыҡ әпәүләп-сөпсөкәйләп үҫтермәнең, шуға күрә ҡул араһына ла иртә индем. Атай үҙенең баҫыуынан, һин мәктәптән ҡайтып инә белмәнегеҙ. Мине хеҙмәткә оҙатҡан көндө башымдан һыйпап:
– Бөтә күңел йылымды сит балаларға бүлеп, һиңә иғтибар биреп тә өлгөрмәнем, ахыры, ҡолонсағым. Зинһар, имен йөрөп, һау ҡайт. Атайың да, мин дә һине бик-бик яратабыҙ. Күҙ терәп торған берҙән-бер йыуанысыбыҙ ҙа, ҡыуанысыбыҙ ҙа һин, Рәшит, – тигәнең гел генә күҙ алдында.
Бигүк имен йөрөй алмаһам да, ҡайттым, әсәйем, ә һин мине мәңгелеккә ҡалдырып китеп барғанһың. Беҙ һинең менән йыш ҡына инглиз йә немец телендә аралашып ала торғайныҡ. “Сит телдәрҙе мотлаҡ белергә кәрәк, – ти инең. – Ниңәлер шуға ижтиһад һалмайҙар. Күберәк тел белгән һайын офоҡтар ҙа киңәйә бара бит ул. Күҙ алдыңа килтер, берәй илгә барып төшәһең дә урындағы халыҡ менән уның телендә һөйләшәһең. Был, берҙән, һинең сит ил кешеләренә ихтирамыңды аңлата, унан, үҙеңде лә хөрмәт итә башлайҙар. Сит-ят яҡта һин үҙ халҡыңдың көҙгөһө, сағылышы. Һиңә ҡарап башҡорт
тураһында фекер йөрөтәләр”. Миңә лә уҡыусыларыңа ҡуйған талаптарыңды ҡуйҙың. Хатта күберәктер ҙә әле. Һөҙөмтәлә хәҙер ике телде лә һыу кеүек эсәм, әммә уларҙың миңә бөтөнләй кәрәге булмай сыҡты, сөнки мин – ғәрип, юғары уҡыу йортона инә алманым, мин – эшһеҙ, махсус белемем булмағас, эшкә лә алмайҙар. Ә ҡара эшкә иһә яраҡһыҙмын.
Ҡайҙалыр сит яҡтарға сығып йөрөү тураһында хыялланыу ҙа көлкө, ҡултыҡ таяҡтарында хатта ғәриптәр йортонан әллә ни ситкә китә алмайым. Ә бит миңә ни бары егерме дүрт кенә йәш, әсәй. Яҡын дуҫтар ҙа ҡалманы. Һөйгән ҡыҙыммы? Хеҙмәткә тиклем берәү менән дә дуҫлашып өлгөрмәнем шул. Ҡайһы бер егеттәр кеүек, ваҡыт уҙғарыу өсөн генә ҡыҙ оҙатып йөрөүҙе килештермәнем. Хәҙер мин имгәккә кем күҙ һалыр тиһең... Атаймы? Ике йыл тәрбиәләне ул мине, шуға ла рәхмәт. Ә унан өйләнде. Бер бисураны алып ҡайтты беҙҙең йортҡа. Һинең яратҡан халатыңда йөрөп ятҡанын күрһәм, тере бирем ҡуба ине. Ә инде өҫтәл янында атайға һырпаланып, юрый мине үсекләгән шикелле, иркәләп, мыйылдап ниҙер һөйләй башлаһа... уф! Нисек сыҙағанмындыр. Һүҙҙе ҡыҫҡа тотто үгәй инәй, “улыңды интернатҡа тапшыр, ул бәйнәтең менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә теләмәйем” тигән шарт ҡуйҙы. Шулай, ыҙғарлы бер көндө атай мине бында алып килде.
– Кисер, улым, аңлап тораһың хәлемде, – тигән булып, килешһеҙ генә итеп ғәфү үтенде инде былай.
Ара-тирә эргәгә килеп китә. Аҡса-фәлән дә ҡалдырғылай.
Төрлө яҙмышлы, төрлө холоҡ-фиғелле кешеләр, бәләкәй генә бер ауыл булып, һыйышып йәшәргә тырышабыҙ. Үҙ ауылыңда, үҙ йортоңда рухың азат, һин ни менән булһа ла мәшғүлһең, күршеләрең, тиң-тошоң менән көңгөр-ҡаңғыр көн күрәһең. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ваҡыт та, теләк тә юҡ. Ә бында йөрәкте эс бошорғос һағыш ҡоршауы ҡыҫмаҡҡа ала. Яңғыҙ ҙа түгелһең, шул уҡ ваҡытта япа-яңғыҙһың. Өйөрөнән ҡыуылған бүре, моғайын да, үҙен шулай тоялыр. Интернат гөж килеп тора, хеҙмәткәрҙәр тыз-быз йүгерешә, урмандағы кеүек ҡысҡырып аралаша, кемеһелер ашарға әҙерләй, кемеһелер иҙән йыуа... Үҙең ишеләр коридор буйлап унда ла, бында ла йөрөштөрә, кемдер арбала шыуыша, икенсеһе минең һымаҡ ҡултыҡ таяҡтарында, берәү һуҡыр, икенсе берәү һаңрау. Бер генә минутҡа ла тынып тормаған дүрт ҡатлы ҙур йортта уларҙың һәр ҡайһыһы япа-яңғыҙ. Бер хәҡиҡәткә төшөндөм: яҡын кешең менән йәнәшәлә хатта көндәр буйы бер ни өндәшмәй, айырым бүлмәңдә үҙ шөғөлөң менән генә булып йәшәп ятһаң да яңғыҙ түгел икәнһең. Ә бында беҙ ҡысҡырышабыҙ, талашабыҙ, хатта һуғышабыҙ, интернат ҙур бер умарта кеүек туҡтауһыҙ хәрәкәттә... тик уй-кисерештәрең, һағыш-хәсрәтең, хатта ҡыуаныс-шатлығың менән уртаҡлашыр берәү ҙә юҡ. Бер туйғансы һөйләшергә, серләшергә ине, тигән хыял бер миндә генә түгелдер, тием. Тик кемгә лә булһа ышанырға ҡурҡаһың, күңелдәр бойоҡ, йөрәктәр бикле, ара-тирә үҙ-ара ыҙғыш-маҙар ҡуптарып ҡына бер аҙ ыу-арама булып алаһың. Ләкин бындай ғауға еңеллек килтермәй, киреһенсә, һуңынан йәнең үкенеүҙән он-талҡанға әйләнә. Йөҙөң ҡомһарып, бер өҫтәл артында ашаған иптәштәреңә лә күтәрелеп ҡарарға ҡыймай ултыраһың. Уның һайын күңелең донъянан айырыла, бикләнә бара, һине, удаһалай егетте, ғәрип яһаған дәүләт башлыҡтарына ҡарата нәфрәтең арта, уларға ләғнәт яуҙыра торғас, йәнә килеп бөтәһенән дә ғәйеп эҙләй башлайһың. Үҙем кеүек бошонҡо йөҙҙәрҙе күрмәҫ, уларҙың үҙ-ара әсе-сөсө һүҙҙәр менән төрткөләшеүҙәренә шаһит булмаҫ өсөн ашарға бүлмәгә ташыуҙарын һораным. Шунан бирле яңғыҙ ултырып ашайым, яңғыҙ ятам, яңғыҙ торам, ә күңел яңғыҙлығы кәмегәндәй булды.