Быйыл Өфөлә үткәрелгән ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы барышында Рәсәйҙәге иң ҙур хэштег төҙөлгәйне. Беләһегеҙме ул нимәнән эшләнгәйне? Сәк-сәктән.
UfaForumSCOandBRICS тигән яҙыуҙы башҡарыу өсөн 150 килограмм милли ризыҡ файҙаланылғайны. Ошо үҙенсәлекле күренеш хатта Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелде. Уны ошо баҫманың баш мөхәррире Станислав Коненко теркәне.
Был һоҡланғыс рекордты Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Белеүебеҙсә, сәк-сәк – халҡыбыҙҙың яратҡан милли аҙыҡтарының береһе. Өҫтәүенә – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе. Һәр байрам өҫтәлен биҙәй ул сәк-сәк. Унан тыш байрам сараһының йәме лә булмаҫ кеүек. Шуға Яңы йылды ҡаршылағанда, уны ла әҙерләргә онотмағыҙ.