Учалыла Мозафар Ҡадировты аяғында ныҡлы баҫып торған крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе булараҡ яҡшы беләләр.
Бөгөн хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар үрсетәләр. Малҡайҙарҙың һаны 200 башҡа еткән. КФХ урмансылыҡ менән дә шөғөлләнә, пилорамалары ла бар. Заказ буйынса халыҡҡа бура бурайҙар, таҡта яралар, утын әҙерләйҙәр. Машина-трактор оҫтаханаһында урындағы халыҡ техникаһын ремонтлай. Ҡасабаның социаль-мәҙәни учреждениелары хужалыҡ ҡаҙанлығынан йылытыла.
Дөйөмләштереп әйткәндә, ауыл ерендә ниндәй эш бар, барыһын да башҡара хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. 16 кеше штатта иҫәпләнә. Миҙгелле эштәр ваҡытында өҫтәмә хеҙмәт урындары ла булдырыла. КФХ-ның биш тракторы, бер йөк машинаһы, тейәгестәре, арбалары бар. Әйткәндәй, техника һатып алғанда, кредиттарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә.
Мозафар Харис улы, төп эшенән тыш, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Бынан ике йыл элек тыуған еренең ысын патриотын яҡташтары район Советы депутаты итеп һайлай. Икенсе йыл рәттән Мозафар Харис улының башланғысы менән районда Барын-Табын ырыуы йыйыны ойошторола. Ат сабышы, “Ылаҡ” уйыны, мәргән уҡсылар, көрәш бәйгеләре үтә. Ярыштарҙың күбеһендә бағыусы булараҡ сығыш яһай Мозафар Харисов. Әйткәндәй, ул үҙен ғәҙел һәм ярыш шарттарын яҡшы белгән судья булараҡ та танытҡан.
Райондың төньяғы иҫ киткес гүзәл тәбиғәте менән билдәле. Киләсәктә Мозафар Ҡадиров тыуған ерендә туризмды үҫтереү теләге менән яна. Бының өсөн ул ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡтағы гүзәл тәбиғәтле урында туристар өсөн туҡталҡа эшләп ҡуйған. Тирмә формаһында төҙөлгән йорт, мунса хәс башҡорт йәйләүен хәтерләтә, сығыш яһар өсөн сәхнә лә төҙөп ҡуйылған.