Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2019, 00:35

"Ярата, шуға туҡмаймы?"

Ярата, шуға туҡмай, тиһә лә рустар, ысынында бер ҙә улай түгел, кемдең бынау заманда туҡмалып йәшәгеһе килеп торһон...

Ярата, шуға туҡмай, тиһә лә рустар, ысынында бер ҙә улай түгел, кемдең бынау заманда туҡмалып йәшәгеһе килеп торһон.
Бөрө районында бер пар ҡунаҡта байрам иткәндә ире ҡатынын икенсе ирҙән көнләшә. Тик көнләшеп кенә ҡалмай, ә ныҡ итеп туҡмап ташлай, хатта үлтерәм тип тә янай. Йоҙроҡлап та һуға, иҙән буйлап тәгәрәтеп йөрөп тә типкеләй.
Был тиклем язалауға түҙмәй, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Эш судҡа барып етеп, йоҙроғона хужа була алмаған ирҙе ғәйепле тип таныйҙар һәм 360 сәғәт мәжбүри эшкә һәм ҡатынына әхлаҡи зыян өсөн 200 мең һум түләргә тигән ҡарар сығаралар.
Әммә ир тәүҙә бурысын түләргә ашыҡмай, суд приставтарының талабын инҡар итә. Шунан приставтар тарафынан уның бурысын эш хаҡынан тотоп ҡалырға тигән ҡарар сығарыла. Баҡтиһәң, ир ҙур предприятиела эшләй һәм эш хаҡы арыу уҡ икән. Бер нисә көн үтеү менән ул приставтарға килә һәм хәләленә бурысын тулыһынса түләй.
Шулай бына, ҡайһы бер холоҡһоҙ ирҙәргә, йоҙроҡ төйөр алдынан, кеҫәне ҡапшап ҡарау фарыз.
Фото: vipcosmetolog.ru
Читайте нас