Йәмғиәт
30 Декабря 2019, 12:45

Рәмилде Мәскәүгә алып киттеләр

Ғәйепләнеүсе рядовойҙың исемен адвокат судҡа тиклем әйтмәй.

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атҡан Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата бабайсылыҡ хаҡында енәйәт эше тамамланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Һалдаттың адвокаты Руслан Нагиев белдереүенсә, хәрбиҙәр араһындағы уставҡа хас булмаған мөнәсәбәттәр эше буйынса суд ултырышы ғинуар айына планлаштырылған. Ғәйепләнеүсе рядовойҙың исемен адвокат судҡа тиклем әйтмәй. Эш айырым тәртиптә ҡараласаҡ.
Бынан тыш, Шәмсетдиновтан эш хаҡы картаһын һәм унан аҡсаһын урлау хаҡында мәғлүмәттәр тикшерелә. Әйткәндәй, Рәмилде Мәскәүгә психология-психиатрик экспертиза үткәреү өсөн алып киткәндәр. Ул әле юлда.
Читайте нас