Йәмғиәт
30 Декабря 2019, 10:00

Ришат Төхвәтуллин: «Әсәйем минең һынауҙарҙы үтеп сыға алыуыма ышанып етмәгән, күрәһең»

Уҡып сығыу ғына түгел бит әле, барлыҡ кеше лә ысын йырсы булып китә алмай. Әсәйем минең был һынауҙарҙы үтеп сыға алыуыма ышанып етмәгән, күрәһең.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллиндың ижадын бөгөн күптәребеҙ күҙәтеп бара, уның һәр сығышын яратып ҡабул итәбеҙ.

Уның нисек йырсы булып китеүе лә күптәребеҙгә ҡыҙыҡ. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап итеп әңгәмәнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

- Бала саҡтан клубта үткәрелгән бөтә байрам сараларында ҡатнаша инем. Мин ижади ғаиләлә тыуып үҫтем. Әсәйем ауыл клубында мөдир булып эшләне. Өләсәй-олатайҙарымдың да йырға оҫталыҡтары бар ине, әсәйем бик матур йырлай. Атайым йырламай ҙа, бейемәй ҙә, ләкин ижадҡа ҡағылышы бар, ул музыка ҡоралдарын бик яҡшы белә. 9 кластан һуң мин Октябрьский ҡалаһындағы музыка училищеһына уҡырҡа индем. Уҡытыусым бик яҡшы ине, шуның өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Аҙаҡ Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индем. Уҡыған ваҡытта мин йырларға ғына өйрәнмәнем, шулай уҡ ул миңә тормош мәктәбе булды. Бөгөн бөтә Рәсәй буйынса гастролдәргә йөрөйөм, сәхнәлә мин инде 7 йыл.

- Һеҙ атай-әсәйегеҙгә әйтмәйенсә генә уҡырға ингәнһегеҙ икән?

- Минең әсәйем үҙе ошо юлды үткән кеше, шуға ла ул мине ниндәй ауырлыҡтар көткәнен аңлаған. Уҡып сығыу ғына түгел бит әле, барлыҡ кеше лә ысын йырсы булып китә алмай. Әсәйем минең был һынауҙарҙы үтеп сыға алыуыма ышанып етмәгән, күрәһең. Мин музыкка колледжына уҡырға инергә тип киткәс тә, улар башта белмәнеләр, туғандарға киткән, тип уйлағандар. Улар ауылда эш ҡыҙыуында минең ҡалала булыуымды ҡабул итмәнеләр, мине алырға тип ҡалаға килделәр, шул ваҡытта имтихандарҙы бишлегә биреүемде әйттем. Улар бик һөйөндөләр. Минең яҡшы уҡыуымды, сәхнәләге беренсе аҙымдарымды күргәс, ата-әсәйем күнде.

- Һуңғы арала йәш ҡыҙҙар, йәш парҙар күберәк күренә башланы. Һеҙ шулай уҡ сәхнәлә тауыш мөмкинлектәре булғанда ғына сығыш яһаясакмын тигән инегеҙ. Шулай ук йырсы булыуығыҙ ғаилә ҡорорға ҡамасаулай тинегеҙ, был осраҡта нишләргә һуң.
- Сәхнәне йәштәр өсөн. Ғүмер буйы популяр булып булмаясаҡ. Олоғайған көнөмдә минең гастролдәргә йөрөгөм килмәй. Башҡа эштәр менән шөғөлләнергә уйлайым, был хаҡта хәҙерҙән үк ҡайғырта башланым. 50 йәштә лә йәш артистар менән һынашып булмай, тип уйлайым. Уларға юл бирергә тура киләсәк.

- Концерттарҙан күпме табыш алаһығыҙ?
- Күп. Ләкин беҙҙең сығымдар ҙа шаҡтай. Транспорт, техника, музыканттар, уларҙың барыһына ла түләргә аҡса кәрәк. Иң күп аҡса Мәскәүҙә уҙған концерттарҙан инә.
Читайте нас