Йәмғиәт
30 Декабря 2019, 13:00

Өй алдында кемдең туңған кәүҙәһе?

Иргә яҡынса 35-40 йәш, ул берәҙәк булған, йылыныр урын тапмағандыр тип фаразлана. Әлегә уның кем икәнлеге асыҡланмаған.

Ошо көндәрҙә Өфөнөң хрущевка йорттарында йәшәүселәр подъезд янында ятҡан туңған ир кәүҙәһен күреп ҡоттары осҡан. Уны ҡаланың Кольцевая урамындағы биш ҡатлы йорт янында тапҡандар. Был турала иртәнге сәғәт 11-ҙәрҙә полицияға хәбәр ителә.

Хәл-ваҡиға урынына килеп еткән Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, оператив-тәфтиш төркөмө ирҙең тәнендә йәрәхәттәр булмауын, ә уның туңыуҙан үлеүе ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килеүен билдәләгән. Иргә яҡынса 35-40 йәш, ул берәҙәк булған, йылыныр урын тапмағандыр тип фаразлана. Әлегә уның кем икәнлеге асыҡланмаған.
Читайте нас