Йәмғиәт
30 Декабря 2019, 19:50

Ҡаҙағстандағы самолет ни сәбәптән ҡолаған?

"Самолеттың двигателе төҙөк ине, осоу барлыҡ талаптарға ярашлы башҡарылды", - ти компания етәксеһе.

"Bek Air" компанияһы самолеты ҡолар алдынан бер нисә тапҡыр ҡырынайған. Быға унан бер минут алдан шул уҡ һыҙаттан күтәрелгән ауыр "AirbusA32/neo" самолетының һауа юлының еле тәьҫир итеүе һәм ҡолап төшөүгә сәбәпсе булыуы ихтимал – "Bek Air" осоу хеҙмәте директоры ошондай фараз белдерә. "Самолеттың двигателе төҙөк ине, осоу барлыҡ талаптарға ярашлы башҡарылды", - ти ул артабан.
Унан алда Ҡаҙағстандың эске эштәр министрлығы һәләкәттең өс төрлө фаразын әйткәйне: экипаждың хатаһы,техник төҙөкһөҙлөк һәм навигация хеҙмәтенең дөрөҫ эшләмәүе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Bek Air" самолеты Алматы аэропортынан осоп китеп, ҡапыл бейеклеген юғалта һәм торлаҡ йорттар янына ҡолап төшә. Бортта 93 пассажир, 5 экипаж ағзаһы була. Фажиғәлә 15 кеше һәләк була, 67 кеше зыян күрә, әле 47-һе дауаханала.
Авиаһәләкәт сәбәбен тикшереү өсөн хөкүмәт комиссияһы төҙөлгән.
Фото: Gazeta.ru
Читайте нас