Йылдың һуңғы көнөндә баш ҡаланан тыуған районыма юлланыр алдынан “Бәйләнештә” селтәрен асып хайран ҡалдым: һәр ауылда тиерлек яҡташтарым үҙ ҡулдары менән мөғжизә төҙөгән. Бына уларҙың исемлеге.
Иҫке Мөсәт ауылынан Хәбир Мырҙабаев йыл һайын ауылдаштарын ҡарҙан ҡатырып эшләгән матур һындар менән ҡыуандыра, улай ғына ла түгел, өйө төрлө-төрлө уттарға күмелеп балҡып ултырыусан. Ул быйыл да был гүзәл йолаға тоғро ҡалған.
Брәтәк ауылы халҡы Яңы йыл маскарадын урамда билдәләгән. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән, күҙҙең яуын алырлыҡ костюмдар, бәхетле йөҙҙәргә ҡарап йылмаймау мөмкин түгел.
Ҡарҙан эшләнгән әкиәт геройҙары менән Байназар ауылынан Әйүповтар ғаиләһе бар кескәйҙәрҙе ҡыуандыра. Фотонан ҡарағыҙ әле: Һыуһылыу йәки Русалочка ҡайһылай йәтеш килеп сыҡҡан!
Тимер ауылы урамына тау ҡуйылған, “Яңы йыл менән!” тигән сағыу яҙыу, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу барыһын да байрамдар менән ҡотлай.
Иҫке Монасип халҡы ла ҡыуаныслы көндәр кисерә: уларҙа тюбингтан шыуыу үҙәге асылған. Мәктәп балалары ла, ололарҙар ҙа Масаҡ тауынан сана шыуып рәхәтләнә хәҙер.