Табиптар D витаминының зыяны тураһында иҫкәртә.
D витамины бөйөрҙәр өсөн зыянлы булырға мөмкин. Кальций кеүек үк, D витаминының да бөйөрҙәргә насар йоғонто яһауы ихтимал. Ике матдә лә гиперкальцемияға, йәғни кальций күләменең норманан артыуға килтерергә мөмкин, ти белгестәр.
Шуға күрә, Рәсәйҙә халҡы ҡояш яҡтылығы етешмәгән климатта йәшәһә лә, уларға хәлде дарыуҙар ярҙамында төҙәтергә ынтылыуҙа һаҡ булырға кәрәк.
«Әгәр һеҙ D витамины эсәһегеҙ икән, кальций миҡдарын күҙәтергә кәрәк», — ти табип-нефрологтар.