Түбәндәге авторҙарыбыҙ “Башҡортостан” гәзитенең 2019 йылғы лауреаттары тип билдәләнде:
Марсель Әҡсән улы ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, журналист, матбуғат хеҙмәте ветераны – ижтимағи-сәйәси темаға арналған публицистик мәҡәләләре, ҡыйыу фекерҙәре өсөн;
Динә Ғәйни ҡыҙы МЫРҘАҠАЕВА, нәшриәт һәм матбуғат ветераны – “Китап” нәшриәтенә арналған төплө тарихи-публицистик яҙмалары өсөн;
Клара Дархан ҡыҙы ҒӘЙФУЛЛИНА, уҡытыусы-тәрбиәсе – ҡыҙыҡлы һүрәтләмәләре өсөн;
Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы ҠӘҘЕРБӘКОВА, халыҡ табибы – тәрбиә һәм һаулыҡ һаҡлау темаларына яҙылған фәһемле яҙмалары өсөн;
Әлфиә Илдус ҡыҙы МИНҒӘЛИЕВА, “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге хәбәрсеһе – ҡыҙыҡлы журналист тикшеренеүҙәре, гәзиттең сайтында ижтимағи-сәйәси сараларҙы әүҙем яҡтыртҡаны өсөн;
Ирек Йәбир улы ҒӘЛИЕВ, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш буйынса инженер-рәссамы – гәзит биттәрен нәшерләүгә үҙенсәлекле алымдар индергәне өсөн.