Йәмғиәт
31 Декабря 2019, 15:10

Хакимиәт башлығы Ҡыш бабай булған

“Ишле ғаиләләрҙәге кескәйҙәрҙе Яңы йыл менән ҡотланым. Бер әсәй почтальондың эш хаҡына өс бала тәрбиәләй, икенсеһе тулы булмаған ғаиләлә биш ул-ҡыҙ үҫтерә, өсөнсөһөндә - һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән сабый...”

Яңы йыл алдынан барыбыҙ ҙа мөғжизәгә ышанабыҙ. Уйлап ҡараһаҡ, ошо тылсымды шул эскерһеҙ ышанысыбыҙ, изге ҡылыҡтарыбыҙ, ыңғай уйҙарыбыҙ менән үҙебеҙ булдырабыҙ бит.
Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин Яңы йыл байрамдары алдынан үҙ биләмәһендәге күп балалы ғаиләләр буйлап йөрөп сығып, кескәйҙәргә бүләктәр таратты.
“Ишле ғаиләләрҙәге кескәйҙәрҙе Яңы йыл менән ҡотланым. Бер яңғыҙ әсәй почтальондың эш хаҡына өс бала тәрбиәләй, икенсеһе тулы булмаған ғаиләлә биш ул-ҡыҙ үҫтерә, өсөнсөһөндә - һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән сабый... Бындай миҫалдар күп. Яңғыҙ әсәйҙәр минең өсөн – ысын геройҙар, улар көн дә төрлө ауырлыҡтарға дусар була, тыйнаҡлыҡтары арҡаһында ярҙам һорап та бармай. Шулай уҡ һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә ысын һоҡланыуымды еткергем килә: улар, бер проблемаларға ла ҡарамай, балаларына ҡәҙимге тормошта ҡәҙимгесә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Бындай өйҙәргә килеп ингәс тә “Һеҙ яңғыҙ түгел - социаль хеҙмәттәр менән ярҙам итергә тырышабыҙ!” тип әйтке килә.
Яңы йыл - мөғжизәләр мәле, тиҙәр. Бала көлөүе яңғырап торған һәр өйҙә, һәр ғаиләлә мөғжизәләргә көн дә урын булһын тип теләйем”, – тине Руслан Ғиззәтуллин.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас