Лариса МӘМБӘТОВА, Хәйбулла районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
– “Ниндәй сысҡанһың?” тигән һорауға, эшлекле һәм ғаиләһен яратҡан, эшенә бар күңелен һалған сысҡанбикәмен, тип әйтер инем. Ысынлап та, эшем ҙур ҡыуаныс килтерһә, ғаиләм бәхетемде тулыландыра. Әсәйемдең һәр көн изге теләктәр теләп оҙатып ҡалыуы, улым менән ҡыҙымдың, киленем һәм кейәүемдең, ейән-ейәнсәрҙәрҙең иртә һайын шылтыратып сәләмләүе кәйефемде күтәрә, дәрт өҫтәй. Мәҙәниәт тормошо районда ҡайнап тора: шуға күрә йондоҙнамә уҡырға ла, уға ышанырға ла ваҡыт ҡалмай. Кәрәк икән, уны үҙебеҙ яҙабыҙ, үҙебеҙсә борабыҙ (йылмая – авт.).
Яңы йыл – көтөп алған байрамдарымдың береһе. Уны беҙ ғаилә менән ҡаршыларға яратабыҙ. Алдан уҡ яҡындарыма бүләктәр хәстәрләнә, байрам табыны әҙерләнә, йортобоҙҙо ысын хуш еҫле урман һылыуҡайы биҙәй. Сысҡан йылына хас булғанса быйыл ул яратҡан ризыҡтар ғына өҫтәлгә ҡуйыласаҡ. Әле үк бойҙай ононан тарттырылған талҡан әҙерләп ҡуйҙым.
Сысҡандар ғаиләһе менән йәшәргә ярата, тиҙ үрсей, шуға күрә киләһе йылда гәзит уҡыусыларҙың барыһына ла ғаилә ҡорорға, “тиҙ үрсергә” яҙһын, иң мөһиме – сәләмәт булығыҙ! Кешеләр сысҡандарға теймәһә, улар зыянһыҙ йәнлек. Бер-беребеҙ менән дуҫ булайыҡ, әммә һәр кем үҙ “ояһында” йәшәһен!