Өфөлә 216-сы шәхси маршрут автобусы водителе байрам айҡанлы акция ойошторған. Ул Ҡыш бабайҙар менән Ҡарһылыуҙарҙы бушлай йөрөтә икән.
Был хаҡта автобусына иғлан да яҙып элеп ҡуйған хатта. Социаль селтәрҙәрҙә уға рәхмәт һүҙҙәре яуған. "Рәхмәт һеҙгә, маршрутсылар!" - тип яҙғандар, уларҙың йомартлығына һоҡланып. Шулай уҡ, улай булғас, өлкәндәрҙе лә бушҡа йөрөтөр кәрәк байрамда, тип кәңәш биреүселәр ҙә табылған.
Эйе, кеше күңеле нескә, бәләкәй генә изгелек тә кәйефте күтәрә, айырыуса мөғжизәле Яңы йыл төнөндә! Афарин, тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.