Йәмғиәт
30 Декабря 2019, 19:25

Йылдың иң сағыу ваҡиғалары

Рәсәйҙә 60 йыл дауамында бындай судно төҙөгәндәре юҡ ине.

2019 йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Волга буйы федераль округында яңы предприятиелар, медицина учреждениелары һәм ғилми үҙәктәр асылды, халыҡ-ара ярыштар, мәҙәни саралар гөрләп үтте.

Йылдың иң сағыу 15 ваҡиғаһы округ тарихына яҙылды. Улар араһында Башҡортостаныбыҙға бәйле матур ваҡиғалар ҙа бар. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмы Рәсәй тамашасыларының күңелен әсир итте. Был фильмды башҡорт, рус, украин телдәрендә миллионлаған тамашасылар ҡараны. Бөйөк шағирҙың исеме менән тағы бер мөһим ваҡиға бәйле: сентябрь айында Түбәнге Новгородта “Мостай Кәрим” исемендәге яңы теплоход сәфәргә сыҡты. Рәсәйҙә 60 йыл буйы бындай судно төҙөгәндәре юҡ ине әле. Был теплоход - һыуҙағы биш йондоҙло ысын ҡунаҡхана. Ул бөтәһе 300 пассажирҙы һыйҙыра.

Декабрь айында Башҡортостан Ырымбур өлкәһе менән «Яҡшы төбәк тәжрибәһе» номинацияһында тәүге премияға лайыҡ булды. Шулай уҡ Башҡортостан «Киләсәк төбәге» номинацияһында ла еңеүсе тип танылды. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте», «Мәғариф сәғәте», «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте», «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте», «Туризм сәғәте», «Ҡала мөхите сәғәте», «Башлыҡ сәғәте» кеүек аныҡ йүнәлештәр буйынса Хөкүмәт кәңәшмәләре үткәрә. Улар теге йәки был тармаҡтағы киҫкен проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.


Читайте нас