Уҙған быуаттың 80-се йылдарында күршебеҙҙә йәшәгән ағай йәй буйы төрткөгә (һуҡыр сысҡанды беҙҙә шулай тип йөрөтәләр) һунарға йөрөр ине. Уларға барған һайын шул кескәй генә йәнлектең тиреһен тунап, дүрт яғынан таҡтаға кескәй ҡаҙауҙар менән беркетеп, киптерергә ҡуйғанын күрәм.
Бөр көн ағайҙан ошо шөғөл хаҡында ҡыҙыҡһындым.
– Ҡустым, бигерәк анһат эш ул. Ошо телевизорҙы төрткө тиреһе тапшырған аҡсаға һатып алдым, – тигәс, күҙем дүрт булды. Бығаса нисек аҡса эшләргә белмәгән кешегә был һүҙ етә ҡалды.
– Юғары сортлы бер тире – 50 тин, – тип ағай уларҙың хаҡы менән таныштырҙы. – Был тишеклеһе аҙ ғына арзаныраҡ тора.
Ошонан һуң минең дә күңелдә аҡса эшләү теләге уянды. Ауылыбыҙҙы тирә-яҡтан урмандар уратып алған. Унда ерҙе өҫкә ҡалҡытып төрткө сыҡҡан юлдары бигерәк күп. Шулай итеп, ҡайҙандыр табып алған тоҙаҡтарымды тотоп яҡындағы урманға юлландым. Теге ағай өйрәткәнсә, уларҙы төрткө юлдарына беркетеп ҡуйҙым.
Иртәгәһенә таң атҡас, табышымды ҡарарға киттем. Тәүге тоҙағымда уҡ төрткөнө күреп күңел күтәрелде. Һунарым уңышлы булды – беренсе көндә егерме йәнлекте тунап, тиреләрен еләҫ урынға киптерергә ҡуйҙым. Үҙем эстән генә ҡулыма төшәсәк аҡсаны иҫәпләйем. Егерме тирене 50 тингә тапшырһам, ун һум аҡсам буласаҡ. Был күп! Һунарға булған ҡомар көсәйҙе генә. Кипкән тиреләр матур, йылтырап тора. Үҙем “был тиренән нимә эшләйҙәр” икән тип аптырайым.
Шулай итеп, ул йылда мин шаҡтай аҡса эшләнем. Күптән хыялланып йөрөгән уйымды тормошҡа ашырҙым – гармун һатып алдым.
Һуңынан белеүемсә, Совет осоронда һуҡыр сысҡан тиреһе күн етештереү тармағында лайыҡлы урын биләгән. Хатта СССР-ҙа 1935 йылда 31 миллион шундай тире йыйылған. Был – баҫыуҙарҙы ҡоротҡостарҙан ҡотҡарыу сараһы ла.
Эшкә барлыҡ халыҡ йәлеп ителгән. Уҡыусыларға йәйге каникулда махсус эш йөкмәтелгән – бер бала 20-гә тиклем йәнлекте юҡ итергә тейеш булған. Ә яңы уҡыу йылы башына һатыусы мәктәпкә кемдең нисә тире тапшырыуы хаҡында мәғлүмәт биргән.
Предприятиелар тиренән күпләп тун теккән. Ул саҡта төрткө тиреһе туны 330 һум торған. Уны бигерәк тә фин һәм немец туристары күпләп һатып алған. Баҡтиһәң, Көнбайышта һуҡыр сысҡан тиреһе эксклюзив күн һаналған.