Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2020, 18:40

"Бүләгең йәнә оҡшамай..."

Яңы йыл төнөндә шатланып байрам итеү менән бергә, йыш ҡына кешеләр әрләшә лә икән. Психологтар фекеренсә, хатта был байрамды өнәмәүселәр ҙә бар.

Яңы йыл төнөндә шатланып байрам итеү менән бергә, йыш ҡына кешеләр әрләшә лә икән. Психологтар фекеренсә, хатта был байрамды өнәмәүселәр ҙә бар. Бындай кешеләрҙә байрам бары тик стресс тыуҙыра, сөнки бала саҡтан уларҙа ололарҙың ығы-зығыһы, ҡамасаулайым тип ҡурҡыу, ғөмүмән был сара кире тойғолар ҡалдырған.
Шулай уҡ иң ҙур йоғонто яһаған ғәмәл - бүләктәр. Уларҙың күңелгә ятмауы йә булмаһа бөтөнләй булмауы кәйефте төшөрә икән. Баҡтиһәң, Яңы йыл төнөнән күп кеше тылсымлы мөғжизә көтә, һөҙөмтәлә һәр йылдағысы өмөттәре аҡланмай. Шул нигеҙҙә әрләшеп, кәйефтәрен ҡыралар, ҡайһы берҙәр хатта айырылышыуға барып еткән осраҡтар ҙа була. Ошо байрам осоронда белгестәргә күберәк мөрәжәғәт итеүҙәре хаҡында ла билдәле. Психолог Алиса Ҡурамшина әйтеүенсә, уға бер йылды хатта 1 ғинуарҙа иртәнге 4-тә эш башларға тура килгән.
Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, күпкә өмөт итмәй генә, булғанға шөкөр ҡылып, тормошҡа шатланып йәшәү зарур. "Байрамдар бит ыңғай эмоциялар өсөн - шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ!" - тип белдерә психолог Алиса Ҡурамшина.
Ысынлап та, бер-береңде ҡәҙерләп, тыныс ҡына аңлашып йәшәү, байрамдарҙы күңел күтәреңкелегендә үткәреү үҙең өсөн дә, яҡындарың өсөн дә күпкә яҡшыраҡ.
фото: pixabay.com
Читайте нас