Йәмғиәт
1 Января 2020, 11:09

“Беҙҙе киләсәккә ышаныс йәшәтә”

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова Сысҡан йылында тыуған. Уға ошо йыл менән бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова Сысҡан йылында тыуған. Уға ошо йыл менән бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.


– Йәнлек булараҡ сысҡан оҡшаймы?

– Бөтә йән эйә­лә­ренә лә һәйбәт ҡа­раштамын. Хоҙай тарафынан ғүмер би­релгән икән, йәшәргә лә хоҡуҡлылар, тип уйлайым. Хай­уан­дарҙың да, ҡоштар­ҙың да бигерәк тә балалары матур була.


– Сысҡан йылында тыуғанығыҙ һеҙ­гә тормошта һәм ижад­та ҡама­саула­ма­нымы?

– Юҡ, әлбиттә. Ошо йылда тыуыуымда бер ниндәй ҙә ҡатнашым юҡ. Яҙмыш тип ҡабул итәм.


– Был йәнлектең ҡылыҡтары һеҙҙең холоҡта бармы?

– Календарҙарҙа Сысҡан йылында тыуғандарҙа ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа өлгәшеүҙә тырышлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, етеҙлек, аралашыусанлыҡ сифаттарын билдәләйҙәр. Хәйләкәр ҙә, имеш, үҙҙәре. Был сифаттар бер аҙ миндә лә барҙыр, тип уйлайым. Хәйлә тигәне булһа ла, башҡаларҙыҡынан кәмерәктер.


– Ғөмүмән, сысҡандарҙы нисек ҡабул итәһегеҙ?

– Нисек ҡабул итһәк тә, сысҡандарҙың ер йөҙөндә бик борондан йәшәүе билдәле. Йондоҙнамәнең ун ике йыллыҡ мөҙҙәтендә лә Сысҡан йылы тигәне – тәүгеһе. Шуға ла ул яңы башланғыстар, яңырыуҙар осоро тип нарыҡлана.


– Сысҡан булһағыҙ, ниндәй булыр инегеҙ?

– Үҙемде ысын сысҡан итеп күҙ алдына килтереп ҡарағаным юҡ. Йондоҙнамәлә, был йылда һәйбәт йәшәү өсөн күп эшләргә кәрәк, тиелә. Бындай талап Сысҡан йылына ғына ҡағылмай инде. Ул – һәр саҡ кәрәкле, этәргес көс.


– Әҫәрҙәрегеҙҙә художестволы образ булараҡ сысҡанды һүрәтләгәнегеҙ бармы? Булһа, ниндәй әҫәрҙә һәм ни өсөн?

– Сысҡан образы балалар өсөн яҙылған бер нисә шиғырымда бар.


– Тормошоғоҙҙа был йәнлек менән бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиға булғаны бармы?

– Мин сысҡандан ҡурҡам, шуға улар йөрөгән урындарҙа булмаҫҡа тырышам.


– Киләһе йылға гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ ниндәй?

– Ҡыҙыҡ өсөн йондоҙнамәләрҙе уҡыштырһам да, Аллаһ Тәғәләгә генә ышанам. Кешене алдағы көндәргә ышаныс йәшәтә. Илдәр имен, тормоштар етеш, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын. Ниндәй йондоҙлоҡта тыуһаҡ та, бөтәбеҙҙең дә өмөт-хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын.


Читайте нас