Йәмғиәт
1 Ғинуар 2020, 11:13

Һеҙ кәбисә йылынан нимә көтәһегеҙ?

Башҡа йылдарҙан ни бары бер көнгә оҙонораҡ булыуы менән генә айырылған кәбисә йылын халыҡтың күпселек өлөшө яратмай. Уның тураһында әллә күпме ырым, хөрәфәт йәшәп килә. Күпселек осраҡта был ырым-ышаныуҙар тыйыуҙар, насарға юрау менән бәйле. Ә бит ғилми күҙлектән ҡарағанда, был ни бары дүрт йыл эсендә йыйылған артыҡ 24 сәғәтте ошо рәүешле календарға индереп ебәреү генә.

Башҡа йылдарҙан ни бары бер көнгә оҙонораҡ булыуы менән генә айырылған кәбисә йылын халыҡтың күпселек өлөшө яратмай. Уның тураһында әллә күпме ырым, хөрәфәт йәшәп килә. Күпселек осраҡта был ырым-ышаныуҙар тыйыуҙар, насарға юрау менән бәйле. Ә бит ғилми күҙлектән ҡарағанда, был ни бары дүрт йыл эсендә йыйылған артыҡ 24 сәғәтте ошо рәүешле календарға индереп ебәреү генә.


Кешеләр борондан кәбисә йылын насарға юраған. Йәнәһе лә:

l был йылды йорт йәнлеге алырға ярамай. Ул һеҙҙең өйҙә йүнләп йәшәй алмаясаҡ, даими проблемалар килтерәсәк, был хайуандан бер ниндәй ҙә шатлыҡ булмаясаҡ;
l кәбисә йылы ир-ат өсөн хәүефле һанала, шуға күрә уларҙы һаҡларға тырышығыҙ. Һаулыҡтарын ҡайғыртһындар. Шулай уҡ сәйәхәттәргә сыҡмаһындар, бәлә булыуы ихтимал;
l 2020 йылға пландарығыҙ тураһында бер кемгә лә һөйләргә ярамай. Улар тормошҡа ла ашмаясаҡ, шул уҡ ваҡытта уңышһыҙлыҡты ла тартасаҡ;
l кәбисә йылында яңы эш башларға ярамай. Мәҫәлән, хеҙмәт урынын алмаштырмағыҙ, һеҙ бынан бәхетлерәк булмаясаҡһығыҙ;
l яңы ҙур әйберҙәр алырға ла кәңәш ителмәй: фатир, машина, дача... Уларҙың бәләгә килтереүе ихтимал;
l был йылда бәшмәк йыйыу тыйыла. Борондан кешеләр, тап ошо йылда бәшмәктәр бөтә кире энергияны үҙенә һеңдерә, тип иҫәпләгән.
Кәбисә йылының төп ырымдары ошо. Имеш, уларҙы үтәһәгеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Тик дини яҡтан күҙ һалғанда, төрлө хөрәфәттәргә ышаныу тыйыла, шуға күрә, әйҙәгеҙ, юҡ-барға ышанмай ғына, йылды матур итеп ҡаршылайыҡ һәм үткәрәйек!


Әйткәндәй, был мәсьәләгә психологтар, дин әһелдәре һәм ябай халыҡ ниндәй ҡарашта икән? Уларҙың фекерҙәрен дә белештек.


Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог:

– Төрлө ырымдарға ышанып, тормошоңдо улар ҡушҡанса ғына ҡороу, уларҙы үтәмәгән осраҡта ниндәйҙер бәлә көтөү – төптө хата. Был осраҡта кеше үҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡты өҫтөнә алмай, ә ниндәйҙер осраҡлыҡтарға тапшыра.

Ваҡытында эшкә тотоноп, булмағанын булдырып, булғанының ҡәҙерен беләһе урынға, ул хәл-ваҡиғаларҙан серле билдәләр көтә, ниндәйҙер сихри көскә ышана. Беҙҙең еңеүҙәребеҙ ҙә, уңышһыҙлыҡтарыбыҙ ҙа тик үҙебеҙҙән, тырышлығыбыҙҙан тора – ошо хәҡиҡәтте аңларға һәм ҡабул итергә кәрәк!
Тағы ла ыңғай фекерләү тигән нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Әгәр ҙә кеше “үҙен ниндәйҙер бәхетһеҙлек һағалап тора” тигән уйҙы күңеленә һеңдереп ҡуйған икән, тимәк, ул ошо насар хәл-ваҡиғаны көтөп йөрөйәсәк, үҙенә тартасаҡ. Йә иһә ҡәҙимге көндәлек була торған ваҡиғаның да кире яҡтарын ғына табып, юрауҙарының тап килеүенә инанып ҡуясаҡ. Шуға күрә үҙеңде ыңғайға көйләү, тормоштоң матур яҡтарын күреү, күңелһеҙ хәлдәрҙе лайыҡлы үткәреп, онота белеү – ыңғай фекерләүгә ҡарата төп аҙымдар.
Барыбыҙҙы ла Яңы 2020 йылда яҡшы ваҡиғалар, ыңғай хәлдәр генә көтөп торһон!


Морат ЛОҠМАНОВ, журналист, дин әһеле:

– “Ауырайтмағыҙ, еңеләйтегеҙ” тиелә диндә. Көндәрҙе лә, йылдарҙы ла кәбисә йә башҡаса тип хәйерһеҙгә сығарыу кәрәкмәй. Насарға юрамағыҙ, тигән күрһәтмә лә бар. Хатта ки, хөрәфәттәргә ышанып, иманһыҙ ҡалыуың да мөмкин. Сәфәр айымы, кәбисә йылымы, барыһы ла Аллаһтан, тырышып эшләп, бер-беребеҙҙе ҡыуандырып ҡына йәшәһәк, ошо йылыбыҙ иң шәбе булыр.


Ябай халыҡ фекере лә ҡыҙыҡ. Улар башлыса икегә бүленә.


Айрат ҠОТЛОБАЕВ, эшҡыуар:

– Йыл артынан йыл килә. Хәҙер ваҡыт бигерәк тиҙ үтә бит. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кәбисә йылы еткәнен берәйһенән яңылыш ҡына ишетеп ҡалмаһам, был турала уйлағаным да юҡ. Юҡ, ышанмайым. Минең һәр көнөм, һәр йылым яҡшы. Нимәлер килеп сыҡмай икән, үҙем ғәйепле. Ҡатыным йәшәй башлаған ғына саҡта, кәбисә йылы етә, һаҡ бул, яңы эш башлама, тип киҫәтеп маташҡайны, уны шунда уҡ тыйҙым. Теләһә нимәгә ышанып ултырырға динебеҙ ҙә ҡушмай бит. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!


Фәниә ИБРАҺИМОВА, бухгалтер:

– Ошоноң менән үҙе осрашмаған кеше генә ышанмай һәм аңламай. Мин уңышлы ғына кешемен, тик тап кәбисә йылында барыһы ла кире китә. Бер ошондай йылда эшемде юғалтҡайным, икенсеһендә ирем менән айырылыштыҡ. Осраҡлыҡ, тиһегеҙме? Юҡтыр, башҡа йылдарҙа барыһы ла һәйбәт бит. Шуға быйылғыһын да бер аҙ ҡурҡыбыраҡ көтәм. Уңышлы йыл булһын тип өмөтләнәм, тик насарлыҡҡа ла әҙермен.

Читайте нас