Беренсе каналда барған “Лучше всех” тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында йәнә Өфө ҡыҙы ҡатнашты. Злата Богданова исемле дүрт йәшлек яҡташыбыҙ эттәр тоҡомон бик яҡшы белә икән.
Тапшырыуҙың алып барыусыһы Максим Галкинды ҡыҙыҡай “Мин Рәсәйҙән, ә Рәсәй Башҡортостанда” тип хайран ҡалдырып, көлдөрөп тә алды. Ҡыҙыҡай күпте белеүе, шаян, һөйләнсек булыуы менән күптәргә оҡшаны.
Злата актриса Аглая Шиловскаяға көсөк һайлашып та бирҙе. Уның фекеренсә, маламут тоҡомло эттәр түҙемле һәм тыныс холҡо менән айырыла. Шулай уҡ отҡор ҡыҙ башҡа тоҡомло эттәрҙең дә ҡайҙан килеп сығыуын, холоҡтары, ҡылыҡтары тураһында һөйләне.
Бәләкәй яҡташтарыбыҙҙың шундай әүҙем булыуы, ил кимәлендәге тапшырыуҙа үҙҙәрен лайыҡлы тотоуы ҡыуандыра. Афарин!
Фото Беренсе канал сайтынан.