Йәмғиәт
1 Января 2020, 11:50

“Сысҡан быйыл роман яҙыр…”

Сысҡан йылында тыуған яҙыусыларҙың береһе – күренекле прозаик, шағирә Гөлнур Яҡупова. Уға беҙ ошо йылға ҡағылышлы традицион һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сысҡан йылында тыуған яҙыусыларҙың береһе – күренекле прозаик, шағирә Гөлнур Яҡупова. Уға беҙ ошо йылға ҡағылышлы традицион һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
– Йәнлек булараҡ, сысҡан һеҙгә оҡшаймы?

– Күрер күҙгә һөймәлекле, йор ғына бит ул: усҡа алып һыйпап ҡарағы килеп китә, әммә алама ҡылыҡтарын иҫкә төшөрһәң, был уйың шунда уҡ юҡҡа сыға. Ризыҡҡа тейһә, ҡаралтыңды кимерһә… Йоғошло сирҙәр таратыуы ла ихтимал. Барыбер, был йән эйәһен дә Хоҙай Тәғәлә яралтҡан, тимәк, берәй кәрәге барҙыр тигән уйҙан сығып, йорт-ҡураңда йыйнаҡ булырға, сырсаңды ипле һаҡларға кәрәктер.
– Сысҡан йылында тыуыуығыҙ тормошоғоҙҙа ниндәй йоғонто яһай?

– Тормошта ҡамасауламай һымаҡ. Ә ижадта бер ғәжәп хәл булды: 2008 йылға йондоҙнамәлә “Сысҡан быйыл роман яҙыр, нәшер итергә ашыҡһын, дауамы буласаҡ” тип яҙылғайны. Мин “Ҡыҙ бала” тигән романымды тамамлағайным, “Ағиҙел” журналында баҫтырырҙан алда баҫманың баш мөхәррире Әмир Әминевтән уҡытып алырға шөрләберәк йөрөй инем: тәүге роман, ә ул – танылған прозаик. Баяғы күрәҙәлеккә тартым һүҙҙәрҙе уҡығас, йөрьәт иттем һәм 2009 йылда әҫәрем баҫылып сыҡты. Улай ғына ла түгел, дауамын яҙырға дәрт-дарман килде, трилогия булып китте. Уҡыусыларҙың романдың дауамын һорап хаттар яҙыуы ла ҡанат ҡуйҙы, әлбиттә.
– Был йәнлектең ҡылыҡтары һеҙҙең холоҡта бармы? Нисек уйлайһығыҙ?

– Барҙыр. Ул ризыҡ муллығын ярата, запас йыя, тиҙәр. Мин дә кәштәләремдә ризыҡ бөткәнде көтөп тормайым, һаҡламым булһа, күңелем тыныс. Уҫал кешеләрҙән ҡурҡам, хәйләкәрҙәрҙән шикләнәм, улар миңә ҡапҡан ҡорор кеүек (шулай булғаны ла бар).
– Сысҡанға бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығанығыҙ бармы?

– Өсөнсө класта уҡығанда булған бер ваҡиғаны яңы ғына иҫтәлектәремә теркәп ҡуйғайным, шуны әйтеп китәйем. Төштән һуң уҡый инек. Әхирәтем менән һөйләшеп ҡуйғайныҡ, ҡайтышлай клубка барырға – киноға. Билет хаҡы биш тин ине ул саҡта. Юл ыңғайында заготконтора бинаһы тора, унда халыҡтан төрлө сырса йыялар, шул иҫәптән тауыҡ йомортҡаһын да, береһен биш тингә. Мәктәпкә барышлай уҡ, аҡса мәсьәләһен хәл итәйем тип кетәккә индем, портфелемде бер ҡырға ҡуйып торҙом да тауыҡ ояларын ҡарарға баҫҡыстан күтәрелә башланым. Бәй, шул мәл ҡолағыма сый-мый килгән тауыш салынды.
Кире төштөм. Кетәктең оло мал инеп йөрөмәҫлек тәпәш кенә ҡапҡаһы йәй буйы асыҡ тора, шуның артында һымаҡ теге сәйер тауыш. Барып ҡараһам, шаҡ ҡаттым: сысҡан ояһы ла баһа, унда имәнес яланғас сысҡан балалары ҡыймылдаша, күҙҙәре лә асылмаған әле… Мәктәпкә һуңлап барам, былар ҡайғыһы түгел, ҡайтҡас уйлармын ни эшләргә, тинем дә, теге баҫҡыстан менә һалып, бер йомортҡаны алып кеҫәмә һалып, портфелемде эләктереп, заготконтораға йүгерҙем. Шунан биш тинлек баҡыр аҡсамды усыма йомоп, мәктәпкә елдерҙем. Дәрес башланырға ғына тора ине. Портфелемде партаға ҡуйып, дәфтәр-фәләнемде алайым тип асып ебәрһәмме – уф! Ҙур бер сысҡан йылт итеп килеп сыҡты ла уҡытыусының өҫтәленә һикерҙе, мин урта рәттә беренсе партала ултыра инем. Абау! Уҡытыусыбыҙ, ғәҙәттә, яй ҡуҙғалыусан, беҙгә бер ҡасан да тауыш күтәрмәгән, оло йәштәге Камила апа һикереп торҙо, ҡурҡышынандыр, ҡысҡырып ебәрҙе: «Әни!» Апа (беҙҙең яҡта уҡытыусыларға «апа», «абый» тип өндәшеү ғәҙәткә ингән) үҙен тиҙ ҡулға алды, уңарсы теге сысҡан да иҙән ярығына инеп ҡасты. Арттараҡ ултырғандар үкенеп бер булды уны күрмәй ҡалыуҙарына, әйтерһең, ауыл балаларының сысҡан күргәне юҡ.
Дәрестән һуң киноға барҙым, ҡайтҡас, әсәйемә теге хәлде һөйләгәйнем, ул ашығып ҡына һарайға сығып китте лә, бер ниндәй ҙә сысҡан балаһы юҡ унда, уйлап сығарырға тиһәң, һине генә ҡуш, тип килеп инде. Күр­ҙемсе, алдамайым, тип ныҡышҡас, улайһа, инәләре балаларын бүтән урынға ташып бөткәндер, тип ҡуйҙы. Теге сысҡан баҙҙан нисек сыҡты икән, йымырлап нисек ҡайтып етте икән, йылға аша нисек сыҡты икән тип уйланып, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай яттым.
– Һеҙ төштәр тураһында китап сығар­ғанһығыҙ, белеүемсә. Төшкә сысҡан йәки ҡомаҡ керһә, нимә була?

– Сысҡан – ваҡ-төйәк мәшәҡәт, ығы-зығы, әйбер юғалтыу, ҡомаҡ – алданыу, мәкерле дуҫ. Төшөңдә был йәнлектәрҙән ҡотолоу хәйерлегә була.
– Балалар әҙәбиәте өлкәһендә күп эшләйһегеҙ. Кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡ­һындырыу өсөн йәнлектәр һүрәт­ләнгән хикәйәләрегеҙ бармы?

– Мин тәбиғәт ҡосағында үҫтем, әсәйем бөтә колхоз эшенә, ялан-ҡырға һеңлем менән мине бергә йөрөттө. Өләсәйҙәрем еләккә, балан-муйылға эйәртте, бер ыңғайҙа тирә-яҡ мөхит менән таныштырҙы. Шуға­лырмы, тәбиғәт алдында бурысымды тойоп, рәхмәтле булып йәшәйем. Кескәйҙәр өсөн “Ярғанат”, “Ғәжәп хәбәр” тигән китапта­рымдың геройҙары – туған тәбиғәт серҙәре менән ҡыҙыҡһыныусан, отҡор балалар. “Ҡыҙыл китап аманаты”, “Тәбиғәттә ҡунаҡта” тигән китаптарымды (башҡорт һәм урыҫ телдәрендә) мәктәп уҡытыусылары төрлө фәндәрҙә ҡуллана, йәш быуынға флора һәм фаунабыҙҙа юғалыу алдында торған, ҡурсалауға мохтаж ҡырағай үләндәр һәм хайуандар хаҡында нәфис әҙәбиәт телендә һөйләгән әсбап, тип баһалай. “Тылсымлы ҡәләм” тип аталған китабым ифрат та популяр, унда ла төп мотив – тәбиғәт ма­турлығы, уны һаҡлау – кеше өсөн үҙ-үҙен һаҡлауға бәрәбәр тигән идея.
– Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә ниндәй китапты йәки әҫәрҙе Ҡыҙыл китапҡа индерер инегеҙ?

– Был һорауға яуап биреү еңел түгел, сөнки башҡорт әҙәбиәте – донъя кимә­лендәге юғары әҙәбиәт ул. Шулай ҙа мин “Урал батыр” эпосын, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһе­телгәндәр”, Рәми Ғариповтың “Табыныу”, Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат”, Рәйес Түләктең “Ҡашмау” әҫәрҙәрен Ҡыҙыл китапҡа беренсе нәүбәттә индерер инем. Әлеге көндә ижад өҫтөндә булғандар хисабында ла һоҡланғыс проза, шиғриәт өлгөләре, ысын мәғәнәһендә ҙур әҙиптәр беҙҙә – бихисап.
Читайте нас