Йәмғиәт
1 Января 2020, 11:43

Уңышҡа үҙем юл ярам

Мәмдүҙә ИЛБАҠОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының “Миләш” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе:

Мәмдүҙә ИЛБАҠОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының “Миләш” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе:
– Мин Сысҡан йылының Игеҙәктәр йондоҙлоғонда донъяға килгәнмен. Йыл хужаһының үҙенсәлектәрен үҙемдә асыҡ тоям. Яңы мөсәлде башлаған йыл булараҡ, Сысҡан йылында тыуғандар күп осраҡта үҙҙәре һәр эшкә әйҙәүсе, яңы идеялар биреүсе булып тора. Мин үҙемде туғандарым һәм дуҫтарым араһында тап шундаймын тип әйтә алам. Икенсенән, бер эште башлағанмын икән, сысҡан кеүек уны аҙағына тиклем кимермәйенсә, йәғни аҙағына еткер­мәйенсә, туҡтамайым (йылмая – авт.).
Алдыма ҡуйған маҡсаттарымды эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға ынтылам, йәшәү мәғәнәһен шунда күрәм.

Йондоҙнамәгә ышанам, үҙемә ҡағылышлы фараздарҙы гәзит-журналдарҙан ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам, радио-телевизорҙан тыңлайым. Сәйәхәт итергә яратам, сит илдәрҙә йыш булам. Хатта тыуған көнөмдө ҡояшлы Төркиәлә, Египетта ҡаршы алғаным булды. Бер ваҡыт Грецияға осҡанда самолетта ҡаршыланым, миңә бүләк тә биргәйнеләр. Ә бына сысҡан һыуҙы үҙ итмәһә лә, минең өсөн диңгеҙ – үҙе бер мөһабәт донъя. Йыл һайын унда аҡсарлаҡтай йөҙмәһәм, күңелем булмай, ижадҡа илһам килмәй.
Эшем сәхнә менән бәйле булғанға, Яңы йыл кәйефе һәр саҡ иртә башлана. Декабрҙең тәүге ун көнлөгөнән алып төрлө урындарҙа Яңы йыл байрамдарын ҡаршылап йөрөгәнгәме, байрам кисенең килеп еткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Йыл һайын Яңы йылда бер ырымым бар, туғандарым, дуҫтарым быға күнегеп тә бөттө шикелле. Сәғәт телдәре ун икене һуҡҡан арала, ҡағыҙға теләктәремде яҙып, яндырып, көлөн шампан шарабына һалып эсһәм, ысынлап та тормошҡа аша. Быйыл Яңы йылды, Алла бирһә, Мәскәү ҡалаһында ҡаршыларға йыйынам, артабан Рязангә юл тотасаҡмын.
Йыл хужаһы булараҡ, киләһе йылға ҙур маҡсаттар һәм өмөттәр бағлайым. Уңышҡа, үҫешкә һәр саҡ үҙем юл ярам, маҡсаттарыма ынтылам. Яңы йыл менән, дуҫтар!


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас