Йәмғиәт
2 Января 2020, 09:15

Ауылдарҙа дәртле халыҡ йәшәй

Быйыл тыуған ауылым Таулыҡайҙа күптән онотолған матур йола – Ҡыш бабай "тройкаһы" тергеҙелде.

Баймаҡ районының Таулыҡай ауыл биләмәһе – Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарындағы боҙ ҡаласыҡтары көн дауамында гөрләп тора. Һәр майҙансыҡта халыҡты йәшел шыршы, боҙҙан һәм ҡарҙан яһалған һындар ҡаршы ала, таусыҡтарҙа балалар шыуып рәхәтләнә.
Ҡаласыҡтарҙы асыу һәр округта күңелле байрам төҫөн алды. Халыҡ таланттарының сығышы, Яңы йыл тамашаһы, күңелле уйындар, спорт ярыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Тәмле-татлы ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл янында самауыр сәйе тәҡдим ителде. Ауыл халҡын хакимиәт башлығы Фуат Әхмәт улы Сәйетов, ауыл Советы депутаттары тәбрикләне.
Быйыл Таулыҡайҙа күптән онотолған матур йола – Ҡыш бабай "тройкаһы" тергеҙелде. Аттарҙы биҙәп әҙерләгән Данил Үҙәнбаевҡа күптәр ихлас рәхмәтен еткерҙе.
Йылдағыса һәр ауылда Яңы йыл бал-маскарады ла күңелле үтте. Байрам кәйефе бүләк итеп йорт-ихаталарын биҙәгән өй хужалары, үҙ округында Яңы йыл ҡаласыҡтары булдырған ауыл Советы депутаттары билдәләп үтелде.
Шулай уҡ ауылдың "Йыл кеше"һе асыҡланды. Был исемгә, һис шикһеҙ, Ирғәле Хөсәйенов лайыҡ тип табылды. Ул былтыр Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан үҙ көсө менән Күстәнә тауы итәген кәртәләп, йәш ағас үҫентеләре ултыртҡан.
Фото: Таулыҡай ауылының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Читайте нас