Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ғинуар 2020, 12:50

Башына бәлә генә алған...

Билдәһеҙ бер әҙәм уның аҡсаһын төрлө магазиндарҙа рәхәтләнеп туҙҙыра ғына.

Стәрлетамаҡта йәшәгән ир урамда банк картаһы табып, уның менән түләп, үҙенә һәм ҡатынына бүләктәр алған. Был ваҡиға хаҡында Эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр.
Яңы йыл байрамы алдынан хоҡуҡ һаҡлау органдарына 30 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул мобиль ҡушымта аша картаһынан аҡсаһының тотонолоуын һиҙеп ҡала. Билдәһеҙ бер әҙәм уның аҡсаһын төрлө магазиндарҙа рәхәтләнеп туҙҙыра ғына.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре мут әҙәмдең ҡайһы магазиндарҙа әйбер һатып алыуын асыҡлап, уғрының эҙенә баҫа. 35 йәшлек ир банк картаһын урамда табыуын, уның эшләү-эшләмәүен тикшереп ҡарарға теләүен әйтә. Бер нисә сәғәт эсендә ул ҡиммәтле алкоголле эсемлек, аяҡ кейеме, һөйөклөһөнә биҙәүес һатып ала. Ул мутлыҡты шулай тиҙ асырҙар тип башына ла килтермәй. Ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: yandex.com
Читайте нас