Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ғинуар 2020, 13:50

Был донъяның кеме юҡ?!

Яңы йыл. Ялдар. Ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ. 1 ғинуар беҙгә килгән танышым үҙенең байрам көндө күргәндәрен һөйләп, беҙҙе лә уйға һалды...

Яңы йыл. Ялдар. Ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ. 1 ғинуар беҙгә килгән танышым үҙенең байрам көндө күргәндәрен һөйләп, беҙҙе лә уйға һалды.
Өфөлә Яңы йыл мәлендә ул таксист булып эшләп алған һәм ярты сәғәт эсендә машинаһына ултырған кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә иғтибар иткән.
Башта уға Сиған яланынан өс йәш егет ултырған. Улар үҙ-ара ҡайҙа барып шаурма йәки суши ашарға мөмкин булыуы тураһында һөйләшеп барған. Әммә бер нәмәгә етһә, икенсеһенә аҡсалары етмәй икән. Шунан бер егет карточкаһында аҙ-маҙ аҡса ҡалғанын иҫкә төшөрөп, банкомат янында таксиҙы туҡтатып, булғанын алып килгән. Ә инде төшөргә ваҡыт еткәс, егет 120 һум урынына таксисҡа 300 һум аҡса һуҙа икән. "Юҡ, миңә артығы кәрәкмәй. Юлда ишетә килдем, юҡ аҡсаны бар итеп миңә бирергә кәрәкмәй," - тигән танышым. Ә йәш кеше Яңы йыл бүләге булһын, тип барыбер 300 һум ҡалдырып төшөп киткән.
Икенсегә таксисты Нижегородкаға саҡыртҡандар. Унда ултырған ир бик әүҙем әңгәмәсе булып сыҡҡан: ҡунаҡҡа китеп барыуын, Яңы йыл алдынан эшен юғалтыуын һөйләгән, әммә төшөр мәл еткәс, 150 һум урынына 200 һум ҡалдырған. "Ҡалғанын алығыҙ!" - тигәнгә ул: "Юҡ, Яңы йыл бүләге булһын! Һеҙ миңә шәп эш килеп сыҡһын, тип теләгеҙ!" - тигән.
Артабан танышым өсөнсө саҡырыуҙы ҡабул иткән. Яҡын ғына арауыҡҡа ир менән ҡатын өйөнә ҡайтырға ултырған. Уларға 125 һум түләргә кәрәк икән. Бай ғына күренгәстәр, былар ҙа сдача алмаҫ, моғайын, тип уйлаған ул башта. Әммә бөтә кеше лә бер төрлө булмай шул. Бер төрлө уйлағандар ҙа һирәк. Шуның менән, моғайын, донъя ҡыҙыҡтыр ҙа. Ваҡ аҡсаһы булмау сәбәпле, таксист үҙенә бирелгән 150 һумдан 25 һум сдача таба алмай аптыранған. Теге ир 25 һум эҙләп тапҡанды ете минут самаһы көтөп ултырған. Танышым бардачогынан, кеҫәләренән сүпләп, Аллаға шөкөр, тапҡан 25 һумды һәм Яңы йыл менән ҡотлап, һаубуллашҡан.
Быларҙы ул беҙгә фәһем өсөн һөйләне һәм уйланырға мәжбүр итте. "Динебеҙ ҙә башҡалар менән бүлешһәң, үҙеңә ҡайтыр, ти. Шул уҡ ваҡытта тинен һанағандар ни өсөн бай йәшәй?" - тине танышым. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: kpmedia.ru
Читайте нас: