Йәмғиәт
2 Января 2020, 10:55

Үкенесле икән был тормош...

Әсәһе ҡыҙын табиптарға ла күрһәтергә өлгөрмәне — бала йән бирҙе. Сәлимәне һуңғы юлға оҙатҡанда бөтә ауыл халҡы иланы.

Был ваҡиғаға күп йылдар үтһә лә, үкенесле яҙмышлы ауылдаштарым Сабир ағай менән Мәймүнә апайҙың яҙмышы гел иҫемдә. Ауылдаштар араһында улар өлгөлө ғаилә ине. Йорттары йыйнаҡ, аҙбар тулы мал-тыуар. Өй янында ике тәҙрәле бәләкәй келәт тора. Унда иген һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һаҡлана. Ишек янында ғына һөт сепараты тора. Ул осорҙа сепарат һирәк ғаиләләрҙә генә бар ине. Әммә бер генә көйөнөстәре бар ине: уларҙың балалары булманы.

Сабир ағай колхоз тимерлегендә эшләне. Уның ҡулынан килмәгән бер эш тә булмағандыр. Биҙрә тишелһә лә, самауырға ремонт кәрәк булһа ла, ауыл халҡы уға бара ине. Ауылдағы берҙән-бер йөн таҙартыу машинаһын көйләүсе лә ул ине. Оҫта балыҡсы булыуы менән бер рәттән булдыҡлы һунарсы ла ине. Мине лә атай мылтыҡ тоттороп, Сабир ағайға эйәртеп ебәргеләй ине. Бер ваҡыт шулай мылтығымды тотоп Сабир ағайҙарға киттем. Ул Мәймүнә апай менән сәй эсеп ултыра. Заманына күрә өҫтәл өҫтөндә ниндәй генә һый юҡ: май-ҡаймаҡтан тыш, айыртылған һәм кәрәҙле бал да өҫтәлгә ҡунаҡлаған ине. Ҙур табала алһыуланып бешкән ҡоймаҡтар. Уларҙан күреп, минең дә ҡоймаҡтарҙы майға манып, тәмле итеп ашағым килде. Тик мин яңы ғына ашап сыҡтым тип, өҫтәл артына ултырманым. Сабир ағай ике көпшәле мылтығын алды ла урманға киттек. Борсаҡ баҫыуына еткәс ул:
- Ғәли, ҡараңғы төштө, ерҙәге өйрәктәргә түгел, һауала осҡандарға ат!— тип өйрәтте мине. Ергә ятып, баҫыуға табан борсаҡ ашарға тип төркөм-төркөм осҡан өйрәктәргә атабыҙ, аҙаҡ тағы өйрәк төркөмөн көтөп ятабыҙ. Төн уртаһында атҡан өйрәктәребеҙҙе күтәреп ҡайтып киттек. Өйгә ҡайтҡас, әсәйем: “Миңә эш алып ҡайттың”, —тип, һөйләнә-һөйләнә, еңдәрен һыҙғанып, өйрәк йолҡорға тотондо.
Берҙән-бер көндө атай менән әсәйҙең шыпырт ҡына һөйләшкән тауышына уянып киттем.
—Мәймүнә ҡыҙ бала тапҡан,—тине әсәй.
—Ҡатын-ҡыҙға ышаныс юҡ инде,—тине атай кеткелдәп көлөп.
Ваҡыт үтә торҙо, Мәймүнә апайҙың бәпәйе һары бөҙрә сәсле, көлөп торған күҙле, шалҡан кеүек матур ҡыҙсыҡҡа әүерелде. Урамда кескәй Сәлимәне һөймәй үтеүселәр бик һирәк булғандыр. Бигерәк тә Мәймүнә апайға сепарат айыртырға килгән апайҙар уны сиратлап һөйәләр ине. Мәймүнә апай оҫта тегеүсе ине, ҡыҙына матур күлдәк һәм башлыҡтар тегеп кейҙерә.
Сабир ағай иһә Сәлимә тыуғас кешеләр менән һирәк аралаша башланы, үҙ эсенә көндән-көн нығыраҡ бикләнде. Нисә ҡарама, ул үҙенең тимер-томорҙары менән булыша. Мәймүнә апай менән Сабир ағай йыш тиргәшә башланы. Сабир ағай эсеп алһа инде:
—Мин һинең менән тормайым, һин Ҡәүи һөйәркәһе, баланы унан таптың,—тип, гел ҡатынын битәрләне. Сабир ағайҙың ҙур кәүҙәле Ҡәүи менән яғалашырға көсөнән килерлек түгел ине.
Сабир ағай хәмер эсеү менән мауыға башланы. Һәр көн эсеп, ғауға сығарҙы. Ыҙғыш тыуа башлаһа, Мәймүнә апай, ҡыҙын ҡосаҡлап бер туған энеһе Закирҙарға китә ине. Бер көндө сираттағы ыҙғыш ҡупҡас, йоҡларға ятҡан баланы уятып, сатнама һыуыҡта тышта йөрөтмәйем тип, солан ишегенә тышҡы яҡтан йоҙаҡ һалып сығып киткән. Юл буйына үкенесле тормошона ғазапланып илаған. Закирҙарға килеп ингәс: “Энем, хәҙер миңә нисек йәшәргә?”— тип түгелеп илаған. Энеһе, бала үҫкәс, йомшарыр әле тип, әсәне яҙмышына күнергә өгөтләгән. “Бер көн клубта балалар сығыш яһағанда, Сәлимә бейегәндә Сабир еҙнәй ҙә ҡул сабып ултырҙы”,—тип тынысландырырға тырышҡан апаһын.
…Мәймүнә апай саҡ таң аттырып, өйөнә ҡайтып, йоҙаҡты асып инеүгә:
—Әсәй, өшөнөм!—тигән тауышты ишеткәс, аяҡ аҫтында ер убылған төҫлө була.
—Балам!—тип шашынып илап күтәреп ала ҡыҙын. Бер ҡат күлдәк кейгән баланың шәрә аяҡтары боҙ булып ҡатҡан ине. Эске ишек бикле. Мәймүнә үҙен-үҙе белмәйенсә, бар көсө менән ишекте төйҙө. Бер аҙҙан яртылаш иҫерек Сабир ишекте асты. Ул ни ҡылыуын аңларға ла теләмәне. Бары тик: “Һеҙгә шул кәрәк!” – тип, йәнә үҙенең йылы түшәгенә ауҙы.
Мәймүнә солан ишеген бикләп сығып китеү менән иҫерек Сабир ағай ҡыҙсыҡты өйҙән ҡыуып сығара ла өйҙө эстән бикләп ҡуя. Сәлимә һалҡын соланда төн үткәрә. Әсәһе ҡыҙын табиптарға ла күрһәтергә өлгөрмәне — бала йән бирҙе. Сәлимәне һуңғы юлға оҙатҡанда бөтә ауыл халҡы иланы. “Сабирҙы судҡа бирергә кәрәк”,—тип әйтеүселәр ҙә күп булды.
Был фажиғәнән һуң улар айырылышты. Мәймүнә апай һулыны, үҙ эсенә бикләнде. Йыш ҡына ҡайғынан төпкә батҡан күҙҙәрен мөлдөрәтеп: “Әй, Хоҙайым, тиҙерәк Сәлимәм янына алсы!”—тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлай ине.
Ғәрәф Әхмәров.
Өфө ҡалаһы
Читайте нас